Экология
25 Апрель 2021, 12:30

"Бурыстар теүәл үтәлмәһә, "Таналыҡ"тың эшмәкәрлеге туҡтатыласаҡ"

Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов тәбиғәт байлыҡтарын файҙаланыуға бәйле сыҡҡан мәсьәләләр, уларҙы хәл итеү юлдары хаҡында яҙҙы.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов республиканың көньяҡ-көнсығыш райондарында тәбиғәт байлыҡтарын файҙаланыуға бәйле сыҡҡан мәсьәләләр, уларҙы хәл итеү юлдары хаҡында яҙҙы.
“Көньяҡ Урал райондарында экология һәм иҡтисад тотороҡлолоғон һаҡлау - көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе. Һуңғы йылдарҙа төрлө тәжрибә өлгөләренә шаһит булдыҡ: ҡайҙалыр тигеҙлек (баланс) һаҡлана, ҡайҙалыр – юҡ. Шул сәбәпле урындағы халыҡ һәм ер байлыҡтарын файҙаланыу ойошмалары араһында аңлашылмаусанлыҡтар, низағтар тыуып тора. Ошондай бәхәстәрҙең береһе Баймаҡ районында - алтын сығарыу менән шөғөлләнгән "Таналыҡ" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте һәм урындағы халыҡ араһында күптән бара. Кешеләрҙең был компанияға дәғүәләре байтаҡ йыйылған: тирә-яҡ мөхиткә зыян килтереү, ҡуртымға алынған ерҙәргә хаҡтың ваҡытында түләнмәүе, һалым һәм социаль йөкләмәләрҙе үтәмәү. Йәмәғәтселектең фекере буйынса, был ойошманың эшмәкәрлеге Таналыҡ йылғаһына ла ҙур зыян килтергән.
Республика етәксеһе Радий Хәбиров килеп тыуған хәл буйынса миңә күҙәтеү һәм тикшереү органдары менән бергәләп күсмә кәңәшмә үткәрергә тәҡдим итте. Был сарала урындағы халыҡ һәм "Урал аръяғы йәмәғәт башланғысы берекмәһе" ағзалары ҡатнашты. Һөйләшеү эшлекле, файҙалы булды тип әйтергә мөмкин. Өс сәғәт дауамында барған кәңәшмәлә байтаҡ проблема ҡаралды һәм түбәндәге ҡарарҙар ҡабул ителде:
- “Таналыҡ” ойошмаһының эшмәкәрлеген контролдә тотоу өсөн эш төркөмө булдырыу;
- тирә-яҡ мөхиткә зыян килтергән өсөн дәғүә белдереү һәм енәйәт эшен ҡуҙғатыуҙы хуплау;
- Таналыҡ йылғаһының торошон тикшереү маҡсатында Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы тарафынан эксперттар билдәләү (шул осорҙа уларға эш хаҡын компания түләй);
- июль аҙағына тиклем компания районға ҡуртымға алған ерҙәр өсөн бурыстарын түләп бөтөргә тейеш;
- зыян килтерелгән ерҙәрҙе төҙөкләндереү киләһе аҙнанан башланып август аҙағына тамамланырға тейеш;
- “Таналыҡ” ойошмаһы район алдындағы социаль бурыстарҙы үҙ өҫтөнә ала (күләмен ике яҡ бергә хәл итә);
- ойошма Мәскәүҙәге юридик адресын Баймаҡ ҡалаһына күсереү мәсьәләһен хәл итергә тейеш.
​Артабан кәңәшмә Баймаҡ районы хакимиәтендә дауам итте. Үрҙә әйтелгән бурыстарҙы еренә еткереп үтәмәгән осраҡта, "Таналыҡ" компанияһының эшмәкәрлеге туҡтатыласаҡ.
Күсмә кәңәшмәнең һөҙөмтәһе буйынса шуны билдәләргә була: урындағы халыҡ, дөйөм алғанда, файҙалы ҡаҙылмаларҙы сығарыу һәм файҙаланыуға ыңғай ҡарашта, ләкин килеп тыуған ғәҙелһеҙлектәргә, тәбиғәткә ҡарата ҡырағайҙарса мөнәсәбәткә битараф ҡала алмайҙар, әлбиттә. Шуға күрә республикалағы барлыҡ райондар халҡына ла ер байлыҡтарын файҙаланған ойошмаларға айырып талаптар булдырырға кәрәк тип уйлайым. Мәҫәлән, берәй биләмәлә ерҙе файҙаланыусы-инвестор үҙ эшен башларҙан алда урындағы халыҡтың талаптары менән танышырға, килешеү төҙөргә һәм уны мотлаҡ үтәргә бурыслы”.
Фотолар Азат Бадрановтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.
Читайте нас