Экология
25 Апрель 2021, 17:30

"Маҡсатлылар менән бергә йүгереүе лә - кинәнес!"

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров “Йәшел Башҡортостан” акцияһы һәм Сибайға сәфәре тураһында яҙҙы.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Фейсбукта “Йәшел Башҡортостан” акцияһы һәм Сибайға сәфәре тураһында яҙҙы.
“Бөгөн “Йәшел Башҡортостан” акцияһында ҡатнаштым. Хеҙмәттәштәр менән бергә Сибайҙа шыршы аллеяһын ултырттыҡ. Был проект ике йыл элек кенә тормошҡа ашырыла башлаһа ла, күптәрҙе үҙенә йәлеп итте. Уның сиктәрендә 300 мең ағас һәм ҡыуаҡ ултыртылды.
Хөкүмәтебеҙҙең граждандарҙың тормошон уңайлы итергә тырышыуы барыһына ла мәғлүм. Мин көн һайын ошо турала яҙам. Билдәле, йәшеллек юҡ икән, беҙҙең ҡалалар йәшәү өсөн уңайлы булмаясаҡ. Шуға күрә был мәсьәләгә ҙур иғтибар бирергә тырышабыҙ. Иң мөһиме - ҡайҙа йәшеллек, унда һауа ла таҙа бит.
Артабан Сибайҙа ярыммарафонды асыуҙа ҡатнаштым. Көн һалҡынса булыуға ҡарамаҫтан, илдең төрлө төбәктәренән ҡатнашыусылар бихисап булды. Барыһы ла яҡшы кәйефтә ине. Һис бер нигә ҡарамай, йөҙҙәренән йылмайыу китмәгән, маҡсаттарына өлгәшергә ынтылғандарҙы хөрмәт итәм. Улар менән бергә эшләүе – үҙе бер кинәнес. Бергә йүгереүе лә...
Мин дә бөгөн дистанцияға йүгерҙем. Быйылғы йыл Һаулыҡ һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылы тип иғлан ителде. Башҡаларҙы сәләмәт тормош рәүешенә әйҙәгәс, иң тәүҙә үҙебеҙ өлгө күрһәтергә тейешбеҙ.
Ғөмүмән, спорт өлкәһендә быйыл Хөкүмәт тарафынан ҙур эштәр планлаштырылған. Шул иҫәптән бихисап спорт саралары уҙғарыу күҙаллана. Уларҙың иң эре унауһына бишәр миллионлыҡ грант бүленәсәк. Бынан тыш, спорт объекттары төҙөүҙе, спорт ҡорамалдары һатып алыуҙы дауам итәсәкбеҙ. Иң төпкөл һаналған ауылдарҙа ла кесеһенә лә олоһона ла ошо йәһәттән шарттар булырға тейеш. Шулай уҡ туристик клубтарҙы ла тергеҙәсәкбеҙ.
Дөйөм алғанда, ял көндәре яҡшы үтте. Тыуған Сибайымда эшләнем дә, рәхәтләнеп ял да иттем. Барығыҙға ла һаулыҡ теләйем!” – тип яҙҙы Андрей Назаров.
Фото: Фейсбук.
Читайте нас