Экология
25 Апрель 2021, 12:00

Сибайҙа ял көндәре нисек үтте?

Ярыммарафон алдынан, “Йәшел Башҡортостан” акцияһына ярашлы, Салауат Юлаев скверына 82 төп шыршы үҫентеһе ултыртылды.

24-25 апрелдә Сибай ҡалаһында сағыу спорт сараһы – бишенсе Аструм Сибай ярыммарафоны үтә. Был - меңдән ашыу ҡатнашыусыны, шул иҫәптән билдәле спортсыларҙы, сәйәсмәндәрҙе, артистарҙы, журналистарҙы, йәмәғәт эшмәкәрҙәрен берләштергән Вashrun серияһының беренсе йүгереше.
Был сара алдынан ҡатнашыусылар һәм ҡунаҡтар, “Йәшел Башҡортостан” экологик акцияһына ярашлы, Салауат Юлаев скверына 82 төп шыршы үҫентеһе ултыртты.
Сибайҙар йыл һайын “Йәшел Башҡортостан” акцияһында әүҙем ҡатнаша, геройҙар хөрмәтенә, иҫтәлекле ваҡиғалар уңайынан ағастар ултырта. Былтыр сара ярҙамында Фронт әхирәттәре аллеяһы, “Аманат” скверы алмағас, мышар, шыршылар менән тулыланғайны. Изге эш быйыл да дауам итә – кисә - Ветерандар, бөгөн Салауат Юлаев скверҙарына яңы ағастар ултыртылды.
Акцияла Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров, Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин, Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин, спорт һәм йәштәр сәйәсәте министры Руслан Хәбибов, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, Рәсәй актерҙары Дмитрий Дюжев, Виктория Тарасова, Александр Носик, Алексей Огурцов, илдең иң көслө кешеһе Эльбрус Ниғмәтуллин, тележурналист Азамат Сәйетов, музыкант Заһир Зәйнетдин һәм башҡалар ҡатнашты.
24 апрелдә 100, 200, 400 метрлыҡ дистанцияларҙа балалар өсөн йүгереү ойошторолдо. Спорт байрамының барлыҡ ҡатнашыусылары, көйәрмәндәр һәм ҡала халҡы өсөн Сибайҙың үҙәк майҙанында көн оҙононда концерт программаһы тәҡдим ителде.
Фотолар республика Хөкүмәте сайты.
Читайте нас