Экология
25 Апрель 2021, 10:30

“Тәбиғәтте һаҡлаһаҡ, үҙебеҙҙе яҡларбыҙ”

Баҡалы районында “Йәшел Башҡортостан” һәм халыҡ-ара “Хәтер баҡсаһы” акциялары үҙенә дүрт меңдән ашыу кешене йәлеп итте.

Баҡалы районы халҡы быйылғы экологик сараларға дәррәү ҡушылды. “Йәшел Башҡортостан” һәм халыҡ-ара “Хәтер баҡсаһы” акциялары үҙенә дүрт меңдән ашыу кешене йәлеп итте.
Райондың ауыл биләмәләрендә хеҙмәт коллективтары тирә-яҡты сүп-сарҙан таҙартты һәм ағастар ултыртты. Предприятие, ойошма һәм учреждение хеҙмәткәрҙәренән тыш, мөһим эшкә үҙ өпөшөн индерергә теләгән һәр кем яҙғы өмәләрҙә ҡатнашты. Дөйөм көс менән 3 200 төп ағас һәм ҡыуаҡ ултыртылды.
Баҡалылар үҙ төйәген ярата, ундағы һәр яҡшы үҙгәреште күреп, баһалай һәм шатлана белә. Һуңғы ваҡытта район үҙәге танымаҫлыҡ булып яңырҙы, башҡа ауыл биләмәләрен дә төҙөкләндереү, йәшелләндереү эше дауам итәсәк. ”Тәбиғәтте һаҡлаһаҡ, үҙебеҙҙе лә яҡларбыҙ”, ти баҡалылар.
Яҙғы өмәләр район биләмәһендә артабан да гөрләп уҙасаҡ әле.
Фото: Баҡалы районы хакимиәте.
Читайте нас