Экология
25 Апрель 2021, 18:00

Тотош ғаиләләре менән килгәндәр

Малаяҙҙа үткән “Йәшел Башҡортостан” акцияһында район халҡы берҙәм ҡатнашты. Паркта миләш аллеяһына нигеҙ һалынды.

Малаяҙ ауылында үткән “Йәшел Башҡортостан” акцияһында район халҡы берҙәм ҡатнашты.
Паркта миләш аллеяһына нигеҙ һалынды. Ҡыуаҡтарҙы ултыртыуҙа Туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Эльмира Туҡанова, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Светлана Турайәнова ла ҡатнашты.
Иң ҡыуаныслыһы шул: күптәр төйәген йәшелләндереү маҡсатында ғаиләләре менән эшкә тотондо, тип яҙа “Салауат ерендә” гәзите. Балаларҙың ололар менән бер рәттән ағас ултыртып, һыу һибеп йөрөүе - үҙе күңелле ваҡиға. Башҡорт гимназияһының III "Б" класс уҡыусылары етәкселәре Флүрә Ғәйфуллина менән ауылға инә торған биләмәне йәшелләндереүҙә ҡатнашты. Бәләкәйҙән тәбиғәтте ҡәҙерләп һаҡлаған, тыуған яғының матурлығын хәстәрләп йәшәгән йәш быуындың илһөйәр булып үҫәсәгенә шик юҡ. Афарин, балалар!
Шамил Әхмәтшин фотоһы.
Читайте нас