Экология
26 Апреля 2021, 13:30

Экологик проблемалар хәл итеүҙе талап итә

Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәтендә кәңәшмәлә республиканың төп экологик проблемалары тураһында һөйләшеү булды.

Бөгөн Хөкүмәттәге кәңәшмәлә республиканың төп экологик проблемалары тураһында һөйләшеү булды. Улар хаҡында тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Урал Искәндәров һөйләне.
Етәксе белдереүенсә, бысратыусы матдәләрҙе сығарып ташлау күләме буйынса Башҡортостан былтыр Рәсәй төбктәре араһында һигеҙенсе урынды биләгән. Иң бысраҡ атмосфералы ҡалалар булып Өфө, Стәрлетамаҡ һәм Салауат һанала. Баш ҡалаға килгәндә, бында иң ҙур зыянды өс нефть эшкәртеү заводы һәм "Өфөоргсинтез" килтерә. Стәрлетамаҡҡа БСК, “ТАУ” төркөмө предприятиелары, Салауатҡа “Газпром нефтехим Салауат” тәьҫир итә.
Министр һүҙҙәренсә, был предприятиеларҙан төндәрен һәм ял көндәре бысраҡ матдәләр сығарып ташлана, был турала халыҡтың ялыуҙары артыуы теркәлеүе һөйләй. Тимәк, улар нормативтарҙы үтәүҙә үҙҙәрен намыҫһыҙ тота. Бөгөн республиканың иҡтисадын булдырған барлыҡ предприятиелар етештереүҙе яңыртыуҙы талап итә, тине Урал Искәндәров.
Уҙған аҙнала ил Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә лә ошо теманы күтәреп, уны яйға һалыу юлдарын тәҡдим иткәйне. Министрлыҡ был эшкә әҙерлек башлаған, тик уға тиклем бик күп иҫәпләүҙәр эшләргә, мониторинг алып барырға кәрәк.
Урал Искәндәров белдереүенсә, Башҡортостанда 12 районда таҙартыу ҡорамалдары юҡ, тимәк, ауыл-ҡалаларҙың сәнәғәт һыуҙары бысраҡ килеш сығарып ташлана. Ә уларҙы төҙөү һәм төҙөкләндереү эштәре бик яй башҡарыла. Был проблеманы хәл итеүҙең юлы - шәхси торлаҡ төҙөлөштәре өсөн локаль таҙартыу ҡорамалдары төҙөү.
Күтәрелгән тағы бер тема – сүплектәр. Урал Искәндәров белдереүенсә, Башҡортостанда быйыл 500 сүплек юҡҡа сығарылырға тейеш. Тик был йәһәттән дә проблемалар етерлек. Мәҫәлән, Стәрлетамаҡ, Салауат ҡалалары, Өфө районының Сергеевка ауылында, Ҡырмыҫҡалы районында ике сүп-сар полигоны тулған тиерлек, уларға ҡалдыҡтарҙың ни бары ике проценты ғына һыясаҡ.
Законға ярашлы, полигондарҙың милекселәре һәм ҡуртымға алған кешеләр уларҙы рекультивацияларға тейеш. Тик улар был эш менән шөғөлләнмәй тиерлек. Проблеманы хәл итеү өсөн прокурорҙар "Росприроднадзор" идаралығы менән эшләргә тейеш.
Урал Искәндәров белдереүенсә, 2019 йылдан алып сүплектәрҙе юҡҡа сығармаған райондар бар. Был - Белорет, Иглин, Ҡариҙел, Мәсетле райондары.
Дөйөм алғанда, республиканың ҡалдыҡтар кадастры мәғлүмәттәре буйынса, 2122 санкцияһыҙ сүплекте юҡҡа сығарырға кәрәк. Уларҙың дөйөм күләме - 2200 гектар.
Фото: ok.ru
Читайте нас