Экология
27 Апрель 2021, 11:30

Ғаризалар 20 майға тиклем ҡабул ителә

Конкурс ике этапта уҙғарыла.

Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы студенттарҙы экология өлкәһендәге Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашырға саҡыра. Конкурсҡа ғаризалар 20 майға тиклем ҡабул ителә.
Сара Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Экология” милли проектының “Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең комплекслы системаһы” төбәк проекты нигеҙендә тормошҡа ашырыла.
Мәғлүм булыуынса, конкурс ике этапта уҙғарыла. Һайлап алыу этабы электрон тәртиптә килгән ғилми эштәрҙе ситтән тороп ҡарау һәм баһалау рәүешендә үтә. Һуңғы этапта иһә ҡатнашыусылар видеоконференция тәртибендә үҙҙәренең эштәрен яҡлай.
Конкурста ҡатнашыу өсөн conf-oosripr@mail.ru электрон почтаһына ғаризаны һәм тейешле документтарҙы ебәрергә кәрәк. Хаттың темаһында “Конкурсҡа ғариза” тип яҙырға, ҡатнашыусының исем-шәрифен күрһәтергә онотмағыҙ.
Читайте нас