28 апрелдә Башҡортостанға эш сәфәре менән Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт (Росприроднадзор) етәксеһе Светлана Радионова килде. Ул республика Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин һәм Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров менән бергә етештереү объекттарында булды, төбәктең эре сәнәғәт үҙәктәрендәге – Салауат һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларындағы экологик хәлде баһаланы.
Салауатта Светлана Радионова ҡала атмосфераһының бысраныу кимәлен контролдә тотоусы ике автоматик станцияның береһендә булды. Станциялар 2020 йылда сафҡа ингән, уның төҙөлөшөн “Газпром нефтехим Салауат” акционерҙар йәмғиәте финанслаған.
Бында һауалағы 23 төрлө бысратыусы матдәне асыҡлаған заманса ҡорамал ҡуйылған. Улар тәүлек әйләнәһенә автоматик режимда эшләй һәм аныҡ һөҙөмтә күрһәтә.
"Республикала һауаны контролдә тотоусы ошондай туғыҙ автоматик станция эшләй, уларҙың өсәүһе - Өфөлә, икешәре – Салауатта һәм Стәрлетамаҡта, берешәре – Учалыла һәм Сибайҙа. Башҡортостандың сәнәғәт үҙәктәрендә атмосфераны тикшереүҙең селтәре тулы ҡеүәттә үҫешһен өсөн Өфөлә, Стәрлетамаҡта, Салауатта, дөйөм алғанда, тағы 11 автоматик станция төҙөү кәрәк. Әлегеһен иһә республиканың Экология министрлығы структураһы ҡарамағына тапшырабыҙ. Аккредитация үткәндән һуң барлыҡ мәғлүмәттәрҙе ведомство сайтында күрергә мөмкин буласаҡ", – тине Александр Сидякин.
Светлана Радионова “Газпром нефтехим Салауат” предприятиеһының башланғысын ыңғай баһаланы, артабан ниндәй аныҡ саралар күреләсәге менән ҡыҙыҡһынды.
"Һеҙҙең төбәк буйынса аныҡ эштәр программаһын төҙөү өсөн килдем. Рәсәй Президенты Владимир Путин билдәләүенсә, экология мәсьәләләре – өҫтөнлөклө йүнәлеш. Башҡортостанда сәнәғәт предприятиелары күп, уларҙың эшмәкәрлегенә контроль аныҡ булырға тейеш", – тине ул.
Салауатта Светлана Радионова шулай уҡ “Газпром нефтехим Салауат” акционерҙар йәмғиәтенең төп сәнәғәт майҙанының таҙартыу ҡоролмаларын реконструкциялау барышы менән танышты. Таҙартыу ҡоролмалары 1954 йылдан эшләй һәм нефтехимия комплексы, ҡаланың торлаҡ-коммуналь системаһы, Салауат, Ишембай ҡалаларының башҡа предприятиелары ҡалдыҡтарын ҡабул итә. Реконструкция 2010 йылда башланған, ете этаптан тора. Төп үҙенсәлеге – ябыҡ ҡоролмалар ҡулланыу һәм һауаны бысратыуға юл ҡуймау.
Реконструкциялауҙың тәүге ике этабына 11,1 миллиард һум аҡса йүнәлтеләсәк, уны 2022 йыл аҙағына тамамларға иҫәп тоталар. Ғөмүмән, ошо эш башланғандан алып бысраҡ ҡалдыҡ һыуҙарҙы таҙартыу кимәле яҡшырған, предприятиеның сәнәғәт майҙандарын модернизациялағандан һуң Ағиҙелгә ҡалдыҡ һыуҙар менән төшкән бысраҡ кимәле - йылына 10 мең тоннаға, атмосфераға сығарылған ҡалдыҡтар кимәле 310 тоннаға кәмегән. Реконструкция шулай уҡ таҙартыу ҡоролмаларына “Алға” махсус иҡтисади зонаһы үҫешенә бәйле көсөргәнеш төшәсәген иҫәпкә ала.
"Беҙ бөгөн “Алға” махсус иҡтисади зонаһы биләмәһен ҡараныҡ. Һис шикһеҙ, уның әүҙем сәнәғәти үҫеше менән тирә-яҡ мөхиткә яһаясаҡ йоғонтоһо араһындағы балансҡа өлгәшеүҙе күҙаллайбыҙ. Ундай мөмкинлек бар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Башҡортостандың иҡтисади үҫеше осоронда бәғзе проблемалар тыуған, уларҙы хәл итеүҙә федераль үҙәктең ҡатнашлығы талап ителә. Беҙ "Росприроднадзор" менән юл картаһы төҙөрбөҙ һәм уртаҡ тырышлыҡ менән килеп тыуған мәсьәләләрҙе хәл итербеҙ тип өмөтләнәм", – тине Андрей Назаров.
Светлана Радионова билдәләүенсә, яңы производство майҙандары технологиялар, таҙартыу ҡоролмалары йәһәтенән заман талаптарына яуап бирергә тейеш.
Стәрлетамаҡта Светлана Радионова “Башҡортостан сода компания”һында булды. Предприятие директоры Эдуард Давыдов компания алдындағы тәүбурыстарҙы билдәләне, шул иҫәптән производствоны модернизациялау, экология мәсьәләләрен хәл итеү, яңы сеймал сығанаҡтары эҙләү мәсьәләләрен телгә алды. Йыл һайын предприятие эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә 50 мең тонна ҡалдыҡ йыйыла, шлам туплау урындарында һаҡлана, улар иһә Ағиҙел йылғаһы буйынса урынлашҡан. Һис шикһеҙ, был ҡалдыҡтар һыу аҫты һәм өҫтө объекттарына насар тәьҫир итә.
Унан тыш, юғары ағыулы предприятие ҡалдыҡтары Ғафури районындағы полигонда һаҡлана, уларҙың кимәле 100 мең тоннаға етә, зарарһыҙландырыу һәм утилләштереү талап итә. Был проблемаларҙы хәл итеү өсөн производствоны модернизациялау, ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү технологиялары индереү мөһим.
Республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров, барыһы ла ҡыҫҡа ваҡытта хәл ителәсәк, тине.
Светлана Радионова “Башҡортостан сода компанияһы”ның оҙайлы ваҡыт предприятиеның экологик сифатын күтәреү өсөн саралар күрмәгәнен билдәләп үтте. Хәҙер был йүнәлеш ҡаты дәүләт контроле аҫтында үҫешәсәк.
"Стәрлетамаҡ предприятиеһы Рәсәйҙәге монополист булып тора. Шул уҡ ваҡытта производствола бер ниндәй технологик яңылыҡтар юҡ, беҙ тәбиғәттән уның байлығын ғына алабыҙ. Әгәр был юл менән барһаҡ, беҙгә лә, балаларыбыҙға ла бер нәмә лә ҡалмаясаҡ. Тиҫтәләгән йылдар дауамында килем килтергән компания үҙен улай тоторға тейеш түгел. Бында шлак туплау урындарын рекультивациялау буйынса ҙур проблема бар. Ошо мәсьәләне хәл итеү буйынса кисекмәҫтән ҡарар сығарыуҙы талап итәсәкбеҙ", – тине Светлана Радионова.