Экология
28 Апрель 2021, 14:30

Өфөлә Журналистар аллеяһы барлыҡҡа килде

Ағас ултыртыу “Йәшел Башҡортостан” һәм “Хәтер баҡсаһы” акцияларына ярашлы уҙғарылды.

Өфөнөң Урмансылар исемендәге паркында республика киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре Журналистар аллеяһына нигеҙ һалды: “Башинформ”, республика гәзит-журналдары, радио һәм телевидение вәкилдәре 60-ҡа яҡын төп ағас ултыртты.
Сара “Йәшел Башҡортостан”, “Хәтер баҡсаһы” акцияларына ярашлы уҙғарылды. Башҡортостан Урман хужалығы министрлығы аллея өсөн ҡарағай үҫентеләрен Кушнаренко районынан алып килгән, улар шулай уҡ кәрәкле ҡорамалдар менән дә тәьмин итте.
Паркта ағас ултыртыу эше 2018 йылда башланғайны. 2019 йылдың 28 майында Башҡортостан Журналистар союзы менән Урман хужалығы министрлығы араһында хеҙмәттәшлек итеү тураһында килешеү төҙөлдө.
"Быйыл Урмансылар исемендәге паркка нигеҙ һалыуға 55 йыл тула. Журналистар аллеяһын ошо юбилей йылында булдырыу айырым әһәмиәткә эйә. Был урмансылыҡ трандицияларын һәм күсәгилешен һаҡлауға ынтылышты күрһәтә. Хеҙмәт коллективтарының, йәмәғәт ойошмаларының акцияға ҡушылыуы ҡыуаныслы, улар республикабыҙҙа йәшеллекте һаҡлауға, арттырыуға тос өлөш индерә", – тине Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте етәксеһе.
Ағас ултырыусыларға паркта ял иткән балалар ҡушылды. Бәлки, улар араһында ла буласаҡ журналистар барҙыр. Эште тамамлағас, күмәкләшеп фото төштөләр.
“Быйыл “Үҙеңдең ағасыңды ултырт” акцияһын бында дауам итергә ҡарар ҡылдыҡ. Ҡарағай үҫентеләрен һайланыҡ, сөнки улар яҡшыраҡ ерегеп үҫеп китә. Аллея йәшәргә һәм үҫергә тейеш, беҙ уны ҡарап торасаҡбыҙ. Ҡала хакимиәте менән килешеп, парктың исеме яҙылған арка урынлаштырырға уйлайбыҙ", – тине Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе Вәдүт Исхаҡов.
Башҡортостан Урман хужалығы министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, республикала “Йәшел Башҡортостан” һәм “Хәтер баҡсаһы” акцияларына ярашлы 960 мең төп ағас ултыртылған.
Фото: Нәсих Хәлисов.
Читайте нас