Башҡортостанда эш сәфәрендә булған “Росприроднадзор” етәксеһе Светлана Радионова бөгөн “Өфөхимпром” заводының элекке етештереү майҙансыҡтарын ҡарап сыҡты.
Әле завод биләмәһендәге тупраҡ, мәте һәм шлам диоксин, хлорбензол, хлорфенол, нефть продукттары, ауыр металдар һәм башҡа химик матдәләр менән бысранған. Утилләштерелмәгән төп диоксинлы ҡалдыҡты эзбиз шламы тәшкил итә. Бысратылған биләмәнең майҙаны – 142,9 гектар.
“Экологик зыян күҙгә ташланып тора. Бындай объекттар үрсергә тейеш түгел. Был - элекке аварияның мираҫы. Бысратылған 140 гектар ер тураһында беҙ бер нәмә лә белмәйбеҙ. Республика власы менән һөйләшергә, күргәндәребеҙҙе картаға индерергә кәрәк. Бындай объекттар рекультивацияланырға тейеш, һәм йөкләмәнең төп өлөшө дәүләт иңенә ята. Объект мотлаҡ тәртипкә килтерелергә тейеш”, – тине “Росприроднадзор” етәксеһе, журналистарҙың һорауҙарына яуап биреп.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров әйтеүенсә, “Өфөхимпром” майҙансығы төбәгебеҙ өсөн күптәнге ҡанһыраған яра кеүек. “Беҙ проблеманы хәл итеү өсөн федераль үҙәктән ярҙам табырға теләйбеҙ. Күреүебеҙсә, “Росприроднадзор” уның етәксеһе йөҙөндә мәсьәләнең күләмлелеген аңлай. Уны бергәләп хәл итәсәкбеҙ. Рәсәй Хөкүмәте ҡарарынан һуң, һынау өлгөһө алып, юл картаһын төҙөүгә тотонорға ниәтләйбеҙ. Ниндәй участкаларҙың зыян күргәнен, ҡайһыларын әлегә файҙаланып булыуын асыҡларбыҙ. Был эшкә бик күп аҡса кәрәк, төбәк уны үҙе генә күтәрә алмай. Федераль үҙәк биләмәне рекультивациялау өсөн етерлек аҡса бүлер тип ышанабыҙ”, – тине Премьер-министр.
Светлана Радионова билдәләүенсә, ведомствоның бурысы – хәлде объектив баһалап, уртаҡ ҡарарға килеү өсөн Хөкүмәткә хәбәр итеү. Мәғлүм булыуынса, экологик зыян килгән объектта хәлде яйға һалыу буйынса эштең яҡынса хаҡы 25,4 миллиард һум тәшкил итә.
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев мәсьәләгә ҡарата фекерен белдерҙе.
“Эксперттарҙы саҡырып, “Химпром” биләмәһендәге экологик хәлде тикшерергә кәрәк, – тине ул. – Зарурлыҡ булһа, эш төркөмө төҙөрбөҙ. Урынға барып, майҙансыҡты йөрөп сығырға, бүленгән аҡсаның нисек үҙләштерелеүен ҡарарға кәрәк. Фараздар күп, ә ысын хәлде аңлап етмәйбеҙ. Был сәнәғәт зонаһына ҡағылышлы проекттарҙың, рекультивацияға тотонорлоҡ ойошмаларҙың булыу-булмауын асыҡлау фарыз”.