29 апрелдә Башҡортостанға эш сәфәре менән килгән “Росприроднадзор” федераль хеҙмәте етәксеһе Светлана Радионова һәм республика Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин “Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты” акционерҙар йәмғиәтендә Урал аръяғы тау сығарыу предприятиеларындағы экологик хәл буйынса кәңәшмә үткәрҙе.
“Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты” директоры Зәкәриә Ғибәҙуллин Яңы Учалы баҡыр-колчедан рудалары ятҡылығын үҙләштереү проектын оптимизациялау барышы хаҡында һөйләне.
"2020 йылда уның иҡтисади моделен экология экспертизаһын иҫәпкә алып ҡайтанан ҡараныҡ, - тип билдәләне комбинат етәксеһе. - Яңы Учалы руднигы етештереү ҡеүәтенә сыҡҡандан һуң руда табыу күләме йылына 4,5 миллион тонна тәшкил итәсәк".
Рудникка яҡын шәхси секторҙағы ҡоҙоҡтарҙа эсәр һыуҙың етешмәүе тураһында мөрәжәғәттәр күп. Был предприятиеның яҡындағы күлдәрҙән сәнәғәт кәрәк-ярағына һыуҙы күпләп тотоноуы менән бәйләнгән.
"Беҙ Учалы районы хакимиәте менән берлектә халыҡтың әүҙем төркөмдәре менән осрашыуҙар үткәрәбеҙ, экологияға зарарлы тәьҫирҙе кәметеү мәсьәләләрен өйрәнәбеҙ, шул иҫәптән шәхси йорттарға һыу үткәргесе төҙөү мөмкинлеген ҡарайбыҙ", - тип яуапланы комбинат етәксеһе.
"Ваҡытында бөтә тейешле мәғлүмәтте кешеләргә еткерегеҙ, халыҡ менән диалог режимында эшләгеҙ, - ти өҫтәне Светлана Радионова. - Иң мөһиме - предприятие тирәләй экологик хәлде һауыҡтырыу буйынса программа әҙерләгеҙ".
Сибай карьерындағы хәл тураһында Сибай тау-байыҡтырыу комбинатының генераль директоры Алексей Ишемов һөйләне.
"Тау ҡаҙылмалары эсендәге яныуҙы бөтөрҙөк, тик һыу баҫҡан майҙандарҙан юғарыраҡ кимәлдәге участкала көкөрт газы сығыу урындары бар. Беҙ һыу кимәлен күтәреүҙе дауам итәбеҙ. Кешеләр өсөн унда юл ябыҡ, карьер ябылған", - тине ул.
Светлана Радионова Сибай карьерында экологик зыянды тулыһынса бөтөрөү буйынса план әҙерләргә ҡушты.
"2019 йылдан алып был объект минең контролдә. Мәсьәләне хәл итеүҙе йыл аҙағына ҡалдырмау өсөн бер ай эсендә юл картаһын әҙерләргә һәм уның яҙмышын билдәләргә тәҡдим итәм", - тине Светлана Радионова.
Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин “Росприднадзор” эшсе төркөмөнөң сәфәр һөҙөмтәһен ыңғай баһаланы һәм әйтелгән тәҡдимдәр буйынса мотлаҡ эш башланасағын белдерҙе.
Светлана Радионова Башҡортостандың ете йәштән 16 йәшкә тиклемге балаларын халыҡ-ара балалар-үҫмерҙәр премияһын алыуға “Экология - һәр кемдең эше” тигән конкурста ҡатнашырға саҡырҙы. Заявканы 1 октябргә тиклем бирергә мөмкин.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.