Бөтә яңылыҡтар
Экология
1 Май 2021, 11:00

Май айына бәйле һынамыштар

Май ямғырлы икән, арыш уңыр. Ә ҡайын һыуының күп булыуы йәки торналарҙың бейеүе нимә хаҡында һөйләй?

Халҡыбыҙ борон-борондан тәбиғәткә, үҙен уратып алған тирә-яҡ мөхиткә иғтибарлы булған, миҙгелдәргә бәйле үҙгәрештәрҙе күҙәтеп, төрлөсә юраған. Май айына бәйле һынамыштарға күҙ һалайыҡ.
Майҙа ямғыр күп булһа, арыш уңыр.
Иртә күк күкрәһә, йыл ямғырлы булыр.
Муйыл сәскә атһа, көн һалҡынайыуын көт.
Май һалҡын булһа, игенгә туҡлыҡ булыр, себенгә юҡлыҡ булыр.
Болот юлланып торһа – ямғырға.
Ҡайын һыуы күп булһа, йәй ямғырлы булыр.
Ҡуҙғалаҡ күп булһа, алдағы ҡыш йылы булыр.
Сыйырсыҡ бала сығарғанда һоло, ҡарабойҙай сәс.
Торна бейеһә, һауа йылыныр.
Бүҙәнә ҡысҡырһа, бойҙай уңа.
Май икмәк булдырһа, июнь бесән өлгөртә.
Майҙа ямғыр йыш яуып, томан йыш төшһә, йыл уңышлы булыр.
Май ямғырлы булһа, июнь ҡоро булыр.
Фото: shahti.bezformata.com
Читайте нас: