Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, “Йәшел Башҡортостан” акцияһы һәм “Хәтер баҡсаһы” халыҡ-ара акцияһы нигеҙендә Мишкә районының Тынбай ауылындағы Беловтар исемендәге мәктәп биләмәһендә йүкә аллеяһы ултыртылды.
Экология акцияһын республика йәштәр урман хужалығы министры Владимир Әхмәтйәнов ойошторҙо. Ул уҡыусыларға урмандың әһәмиәте, уны һаҡлауҙың мөһимлеге тураһында һөйләне, акцияла ҡатнашыусыларға, мәктәп директоры Геннадий Ибатовҡа акцияла әүҙем ҡатнашҡан өсөн рәхмәт әйтте.
Мәғлүм булыуынса, Башҡортостанда Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Экология” милли проектының “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проектына ярашлы, 23 апрелдән 23 майға тиклем урмандарҙы тергеҙеү саралары ойошторола. Унда ҡатнашырға теләгәндәр республиканың Урман хужалығы министрлығына, шулай уҡ “Йәшел Башҡортостан” йәмәғәт ойошмаһына мөрәжәғәт итә ала.
Фото: forest.bashkortostan.ru/presscenter/news/365240/