Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – Хөкүмәт Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов эш сәфәре менән Иглин районында булды. Башҡортостанда уҙасаҡ “Апимондия” халыҡ-ара умартасылар ассоциацияһының 47-се конгресына әҙерлек барышы тикшерелде. Шулай уҡ барлыҡ республикалағы кеүек үк, районда “Хәтер баҡсаһы” халыҡ-ара экологик акцияһы үтте, уның сиктәрендә биш мең йүкә үҫентеһе ултыртылды.
Урман – ҡиммәтле һәм тергеҙелә торған сеймал. Уны нәтижәле файҙаланыу һәм тәрән эшкәртеү менән берлектә ҡырҡыу һәм ултыртыу буйынса тигеҙлекте һаҡлау мөһим. Һуңғы йылдарҙа умартасылар йүкә үҫентеләренең кәмеүенә борсолоу белдерә. Башҡортостанда йүкә урмандары 20 процентты йәки 1,1 миллион гектар майҙанды тәшкил итә. Был – Рәсәйҙә үҫкән йүкә урманының 35 проценты.
Йүкә урмандарын һаҡлау умартасылыҡты үҫтереү өсөн мөһим. Улар – донъяла иң яҡшыһы тип иҫәпләнгән, халыҡ-ара һәм Рәсәй кимәлендәге төрлө күргәҙмәләрҙә призлы урындар алған башҡорт йүкә балының нигеҙе.
– Беҙҙә урманды тергеҙеүгә ҙур иғтибар бүленә. Былтыр ҡырҡҡан урман майҙанына ҡарағанда ултыртылғаны 1,3 мең гектарға арттып, 15 мең гектарҙан ашыу ерҙе тәшкил итте. Шул уҡ ваҡытта элек үҫкән урман төҙөлөшөн һәм ағастар тоҡомоның тупланышын күҙәтеү мөһим. Был йәһәттән беҙҙең умартасыларҙың йүкә урмандарын һаҡлау һәм тергеҙеү ҡарашы менән килешәм. “Кроношпан” компанияһы тәҡдиме менән былтыр теркәлгән умарталыҡтар эргәһендә өс мең үҫенте ултыртылды. Бөгөн Иван-Казанка ауылы янында беҙ тағы ла биш мең йүкә үҫентеһен сәстек. “Апимондия”ның 47-се конгресына әҙерлек сиктәрендә был мөһим. Өс техник турҙың берәүһе ауыл эргәһендәге солоҡ умарталығына планлаштырыла. Был акция киләсәктә изге һәм киң яҡлау алған традицияға әйләнер тип ышанам, – тине Илшат Тажетдинов.
Республикала бал биргән йүкәлектәрҙе һаҡлау буйынса саралар күрелә. Ғәмәлдәге умарталыҡтар тирәләй өс саҡрымлыҡ айырыуса һаҡланған урман участкаларын күҙәтеү алып барыла. Архангел, Ғафури, Иглин, Нуриман һәм Өфө урмансылыҡтарының урман хужалығы регламенттарында йүкә яһалма тергеҙеүгә ҡараған тоҡомдар исемлегенә индерелгән.
Ағас эшкәртеү буйынса ҙур компания “Кроношпан” менән йүкә питомниктары булдырыу тураһында килешеүгә өлгәшелгән, унда иң яҡшы генофонд һайлап алынасаҡ һәм үҫтереләсәк. Йүкә әҙ үҫкән урындарҙа һәм умартасылыҡ менән шөғөлләнгән урындарҙа йылына бер миллионға тиклем йүкә үҫентеһен ултыртыу бурысы ҡуйыла.
Фото: БР Хөкүмәте сайтынан.