Экология
18 Май 2021, 12:00

Май эҫелек буйынса рекордтар ҡуя

Синоптиктар алдағы көндәргә ниндәй һауа торошо вәғәҙә итә?

Быйылғы май һауа температураһының күрһәткестәре буйынса рекордтар ҡуя. Кисә, 17 майҙа, Өфө-Дим аэрология станцияһында һауа температураһының бығаса теркәлгән абсолют максимумы үтеп кителгән. Кисәге көндә термометр бағанаһы 32,5 градусҡаса күтәрелгән. Быға тиклем был көндәге иң ҙур күрһәткес 1996 йылдың майында теркәлеп, +31,4 градус булған.
Кисә республика буйынса иң эҫе һауа температураһы Раевка метеостанцияһында теркәлгән: +33,6 градус. Был хаҡта Башгидрометүҙәк хәбәр итте.
Синоптиктар әләге һауа торошоноң – эҫе көндәрҙең дүшәмбегә тиклем һаҡланасағын белдерә. Был осорҙа ямғырҙар көтөлмәй.
Фото: photo.99px.ru
Читайте нас