Экология
19 Мая 2021, 11:15

Шишмә биләмәһе йәмләнеп ҡалды

Өмә барышында 10 арба сүп-сар йыйылды һәм ситкә сығарылды.

Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, Архангел районында экологик сара ойошторолдо. “Рәсәй һыуы” бөтә Рәсәй акцияһы нигеҙендә уҙғарылған акцияла 50-гә яҡын кеше ҡатнашты. Мағаш, Ҡыҙыл Еҙем ауылдары халҡы һәм “Йәшел Башҡортостан” командаһы ярҙамы менән үҙенсәлекле тәбиғәт объекты – Касашка шишмәһе биләмәһе таҙарып, йәмләнеп ҡалды. Өмә барышында 10 арба сүп-сар йыйылды һәм ситкә сығарылды.
Мәғлүм булыуынса, бындай саралар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Экология” милли проектының “Уникаль һыу объекттарын һаҡлау” федераль проектына һәм “Башҡортостан шишмәләре” республика экологик проектына ярашлы, илдең Һыу хужалығы комплексын үҫтереү үҙәге тарафынан Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы ярҙамында үткәрелә.
– Был өмә республикала ярҙамсыл, ихлас, төбәк тәбиғәтен ысын күңелдән яратҡан кешеләр йәшәүен йәнә бер тапҡыр иҫбатланы. Шишмәне тәртипкә килтереү өсөн ауылдар халҡы берҙәм командаға берләште һәм тәбиғәтте һаҡлауға үҙ өлөшөн индерҙе. Әйткәндәй, Касашка дүрт ауылды саф шишмә һыуы менән тәьмин итә, – тине тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология йәштәр министры Рөстәм Сәйфетдинов.
Фото: ecology.bashkortostan.ru/presscenter/news/367910/
Читайте нас