Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Баймаҡ районындағы Талҡаҫ күленә айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәһе статусын бирергә ҡушты. Республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы сиктәрҙе проектлау һәм күл биләмәһендә рөхсәт ителгән эшмәкәрлек режимы буйынса эш башланы.
Башҡортостан Башлығы 15 майҙа Баймаҡта муниципалитеттар һәм ҡаҙылма байлыҡтар сығарыу менән шөғөлләнгән компаниялар етәкселеге ҡатнашлығында эш кәңәшмәһен үткәрҙе, унда ҡаҙылма байлыҡтарҙы файҙаланыу мәсьәләләре буйынса ведомство-ара комиссия булдырырға тәҡдим итте.
Радий Хәбиров Баймаҡ районы халҡы оҙаҡ йылдар файҙалы ҡаҙылма байлыҡтар сығарыу менән киң шөғөлләнгән һәм тәбиғәтте һаҡлау ҡануниәтен йыш боҙоп эшмәкәрлек алып барған эшҡыуарҙарҙан ыҙа сигә. Айырып әйткәндә, Иҫән, Түбә, Һаҡмар, Темәс ауылдары халҡы “Семеновка руднигы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең Талҡаҫ күленән алыҫ булмаған ерҙә карьер асырға теләге буйынса район һәм республика етәкселегенә бер нисә тапҡыр мөрәжәғәт итә. Бынан тыш, коронавирусҡа бәйле яҙғы һәм йәйге миҙгелдә төбәктең барлыҡ ҙур һыу ятҡылыҡтарына күпләп туристар ағылыуы күҙәтелә, шул иҫәптән Талҡаҫҡа ла. Шуға ла был биләмәлә тәртип булдырыу талап ителә.
“Беҙ республикала Башҡортостан халҡын борсоған бөтә мәсьәләләрҙе бергә хәл итергә килештек. Мин Талҡаҫ һәм уның эргә тирәһендәге ергә айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәһе статусын алһын өсөн эшләргә ҡуштым. Шунһыҙ был хәлде тота алмаясаҡбыҙ. Әлбиттә, бында бик һаҡсыл һәм аҡыллы эш итергә кәрәк. Шуға ла экологик талаптар, тәбиғәтте һаҡлау һәм биләмәне иҡтисади үҫтереү араһында аҡыллы тигеҙлекте табырға тейешбеҙ”, – тип билдәләне Радий Хәбиров кәңәшмәлә.
Республика Башлығы шулай уҡ төбәк биләмәһендә файҙалы ҡаҙылма байлыҡтарҙы сығарыу буйынса карьерҙар эшкәрткән предприятиелар тарафынан боҙолған экологик балансты тергеҙеү мәсьәләһен дә күтәрҙе.
“Ҡаҙылма байлыҡтар сығарғандарҙың һәр береһенә эшкәртелгән биләмәне рекультивациялау буйынса бурыстар һалына. Шул уҡ вағытта ғәмәлдә был эштәрҙе атҡарыу буйынса миҫалдарҙы әҙ күрәбеҙ”, – тине республика етәксеһе.
Республика Башлығы, артабан тәртип һаҡлау органдарына материалдарҙы тапшырыу маҡсатында, рекультивация эштәре атҡарылмаған карьерҙар исемлеге төҙөлөүе хаҡында белдерҙе.