Экология
20 Май 2021, 11:30

Өфөгә “Йәшел яҙ” килде

Йыйылған аҡса яман шештән яфаланған балаларҙы дауалауға йүнәлтелә.

Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, бөгөн Өфөлә “Йәшел яҙ – 2021” социаль әһәмиәтле акцияһы уҙғарылды. Ул В.И. Вернадский исемендәге Хөкүмәткә ҡарамаған экология фонды башланғысы менән йыл һайын бөтә ил буйынса ойошторола. Сара Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Экология” милли проектының “Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең комплекслы системаһы” төбәк проекты нигеҙендә тормошҡа ашырыла.
Өфө дәүләт нефть техник университетының беренсе корпусында студенттар өсөн икенсел сеймалды, макулатураны һәм пластикты ҡабул итеү пункты ойошторолдо. Икенсел сеймалды иң күп тапшырған төркөм “Өфө нефть техник университетының экотөркөмө” исемен алды һәм иҫтәлекле приздар менән бүләкләнде.
Әйткәндәй, акция барышында йыйылған аҡса “Сүп-сар тапшыр – ғүмер бүләк ит” проектына ярашлы, яман шештән яфаланған балаларға ярҙам өсөн Сулпан Хаматованың “Ғүмер бүләк ит” фондына күсерелә.
Сара аҙағында Экология министрлығының тирә-яҡ мөхитте һаҡлау буйынса йәмәғәт инспекторҙары һәм ҙур гипермаркеттарҙың һөнәри экологтары экология өлкәһен тотороҡло үҫтереү турыһанда лекция уҡыны.
– Йәштәрҙе тәбиғәтте һаҡлау эшмәкәрлегенә йәлеп итеү экологик акциялар, ғилми-ғәмәли конференциялар, форумдар, экодәрестәр, оҫталыҡ дәрестәре, лекциялар ярҙамында халыҡтың экологик мәҙәниәтен үҫтереү йүнәлештәренең береһен тәшкил итә, – тине тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Урал Искәндәров.
Фото: ecology.bashkortostan.ru/presscenter/news/368363/
Сығанаҡ: srk.nationalpriority.ru/press_releases/99005
Читайте нас