Ер ҡарҙан әрселгәндән һуң ҡурҡыныс күренешкә шаһит булаһың: ҡайҙа ҡарама сүп-сар, буш шешә, пластик һауыттар, төргәктәр, ҡаптар. Ҡыш буйы йыйылған сүп-сар өҫкә ҡалҡып сыға. Бигерәк тә юл буйҙарында, туҡталыштарҙа, парк-скверҙарҙа был асыҡ күренә.
Беренсе өмәләрҙән һуң ғына хәл яҡшы яҡҡа үҙгәрә. Быйыл да республика халҡы ҡала-райондарҙа тирә-яҡты тәртипкә килтереү эштәрен башланы. Яҙғы экологик саралар май урталарына тиклем дауам итә.
Әйткәндәй, Башҡортостан халҡы өмәләрҙә һәр саҡ әүҙем ҡатнаша. Былтыр республикала үткән экология сараларына 320 мең ирекмән сыҡҡан. Полигондарға дүрт мең кубометр сүп-сар оҙатылған.
Әлбиттә, халыҡтың бындай сараларҙа дәррәү ҡатнашыуы ҡыуандыра, күмәк эштең берләштергәнен дә онотмайыҡ. Өҫтәүенә, илдә ирекмәндәр хәрәкәте үҫешә, ә өмәләрҙә ҡатнашыу – ирекмән булыуыңды танытыу өсөн бик яҡшы өлгө.
Шулай ҙа “Ҡыш буйы был тиклем сүп-сар ҡайҙан һәм ни өсөн йыйыла һуң?” тигән һорау тыуа.
Белгестәр билдәләүенсә, көнкүреш ҡалдыҡтарының 50 процентын һәр төрлө төргәктәр, ҡаптар, пластик һауыттар тәшкил итә икән.
Заман башҡа – заң башҡа, тигәндәй, бынан 20-25 йыл элек кенә хәлдәр бөтөнләй икенсе ине бит. Магазинға моҡсай йәки ептән үрелгән селтәрле сумка тотоп барабыҙ ҙа аҙыҡ-түлекте ябай ҡағыҙға төрөп алып ҡайта торғайныҡ. Ҡағыҙҙың шуныһы яҡшы, уны яғып була йәки сүплеккә түкһәң, үҙе ятып серей. Ә хәҙер магазин кәштәләрендәге һәр тауар полиэтиленға төрөлгән, пластик шешәләрҙең күплеге тураһында әйтерлек тә түгел.
Сер түгел, супермаркеттарға барған һайын ризыҡты яңы пакетҡа һалып алып ҡайтабыҙ, ә бушлай эленеп ҡуйылған полиэтилен моҡсайҙарҙы кәрәгенән артығын “запас” итеп һалып алырға тырышабыҙ. Аш-һыу бүлмәһенең бер мөйөшөндә ҡатлы-ҡатлы булып йыйылып китәләр хатта. Көн һайын сығарып түгелгән сүп-сар биҙрәһенә күҙ һалығыҙ әле: уның яртыһынан күберәген пластмасс, полиэтилен әйберҙәр тәшкил итә. Ябай һыуҙың да пластик һауыттағыларын алырға күнеккәнбеҙ. Һыуҙың хаҡы бер нисә тин тора, ә беҙ сүп-сар булып ташланасаҡ пластик шешә өсөн аҡса сарыф итәбеҙ. Юлға сыҡҡанда ла, йыш ҡына һыуҙы өйҙә үк хәстәрләп ҡойоп алыу урынына, юл буйындағы кафе-киоскыларҙан алабыҙ. Тәбиғәт ҡосағында ял иткәндә, бер тапҡыр тотонола торған һауыт-һабаға өҫтөнлөк бирәбеҙ.
Был бит уңайлы, тиер күптәр. Килешәм, уңайлы – һауыт-һаба, тоҡсай йыуып ыҙаламайһың, сығараһың да түгәһең. Әммә ҡайҙа була һуң ул сүп-сар? Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың бер өлөшө генә ҡайтанан эшкәртелә, ә ҡалғандары сүплеккә, полигондарға оҙатыла. Ә бит пластик – бер быуаттан артығыраҡ, полиэтилен – 200, ә быяла мең йылға тиклем серемәйенсә, ер өҫтөндә ята! Беҙҙең предприятиеларҙа әлегә ҡалдыҡһыҙ эшмәкәрлек итеү технологиялары уйлап табылмаған, шуға күрә был мәсьәлә көнүҙәк булып ҡала.