Экология
27 Мая 2021, 15:15

Беҙҙә лә карбон полигондары булырмы?

Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин “Фән сәғәте”н үткәрҙе.

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин видеоконференция тәртибендә “Фән сәғәте”н үткәрҙе. Унда республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров, министрлыҡтар һәм ведомстволар етәкселәре, төбәк юғары уҡыу йорттары ректорҙары, ғилми йәмәғәтселек вәкилдәре ҡатнашты.
Башҡортостандың карбон полигондары асыу йәһәтенән пилот ғилми-белем биреү проектына инеү мөмкинлеге көн тәртибендәге мәсьәлә булды.
"Һүҙ Рәсәй Президенты Владимир Владимирович Путиндың парник газдарын һауаға сығарыуҙы кәметеү тураһындағы указы хаҡында бара. Һауала парник газдары миҡдарын кәметеү өсөн уларҙың нисек һәм ҡайҙа бүленеп сығыуын, таралыуын үлсәү методикаһын эшләргә кәрәк. Ошоноң өсөн карбон полигондары, фермалары асыла ла инде, – тине Александр Сидякин. – Әле Рәсәйҙә ете пилот төбәге билдәләнде: Калининград, Сахалин, Свердловск, Новосибирск, Төмән өлкәләре, Чечен Республикаһы һәм Краснодар крайы. Һигеҙенсе пилот төбәге булыу өсөн республикабыҙ яҡшы өҫтөнлөктәргә эйә".
Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе әйтеүенсә, Евразия ғилми-белем биреү үҙәге, бай тәбиғәт ресурстары республикабыҙға ошо исемлеккә инергә мөмкинлек бирә.
"Карбон полигондары асыу программаһы сәнәғәт йылдам үҫкән республикабыҙға бик кәрәк, – тине Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров. – Индустриаль ҡеүәтте модернизациялауҙы иҫәпкә алғанда, сәнәғәт зоналары тирәләй карбон һыҙаттарын булдырыу төбәктә экологик хәлде яҡшыртыуға булышлыҡ итәсәк".
Башҡортостан дәүләт аграр университеты ректоры Илдар Ғәбитов һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты проректоры Руслан Рабаев кәңәшмәлә Бөрйән, Өфө райондарында тәүге карбон полигондары ойоштороу проекты менән таныштырҙы. Ә Башҡорт дәүләт университеты проекторы Светлана Мостафина янғындан, ағас киҫеүҙән зыян күргән урмандарҙы киләсәктә карбон полигондары урынлашасаҡ ерҙәр категорияһына күсерергә тәҡдим итте. Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге рәйесе Вадим Захаров юғары уҡыу йорттары, профилле власть органдары ҡатнашлығында “Башҡортостан Республикаһының карбон полигоны” консорциумын төҙөү тураһында һөйләне. Х-BIO институты директорының үҫеш буйынса урынбаҫары, Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының биологик һәм экологик хәүефһеҙлек мәсьәләләре буйынса махсус вәкиле Николай Дурманов Башҡортостандың пилот проектына инеүгә әҙерлегенә юғары баһа бирҙе, карбон полигондарын урман фонды түгел, ә ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙә асыуға баҫым яһарға тәҡдим итте. Сколково фән һәм технологиялар институты вәкилдәре Сколтехта карбондар буйынса яңы компетенциялар үҙәге төҙөү тураһында хәбәр итте, республикаға тейешле фәнни-методик ярҙам күрһәтергә теләк белдерҙе.
Фото: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/142152.html
Сығанаҡ: glavarb.ru
Читайте нас