Бөгөн Хөкүмәттә үткән видеоселектор кәңәшмәһендә Премьер-министр Андрей Назаров республика Башлығы Радий Хәбиров менән бергә Туймазылағы сүпте сорттарға айырыу комплексында булғаны тураһында һөйләне.
“Экология Т” төбәк операторы яҡын арала сүпте сорттарға айырыу буйынса ошо комплексты эшкә ҡушырға ниәтләй, ул йылына 100 тоннаға саҡлы ҡалдыҡты эшкәртә аласаҡ. Объектты файҙаланыуға тапшырғандан һуң күрше биләмәлә шулай уҡ компостлау майҙансығы барлыҡҡа киләсәк.
"Комплексты сафҡа индереү яңы эш урындары булдырыу менән бергә Туймазылағы полигонды файҙаланыу ваҡытын оҙайтырға, ҡабаттан ҡулланыла аласаҡ икенсел сеймал алыу өлөшөн арттырырға ярҙам итәсәк", – тине Премьер-министр.
Төбәк операторҙарының ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүе сифатына анализ көн тәртибендәге төп мәсьәләләрҙең береһе булыуын дауам итә. Муниципаль берәмектәр хакимиәттәре “ТКО-Башҡортостан” системаһы ярҙамында көн һайын сүп сығарыу графигының үтәлеүен тикшереп тора, артабан асыҡланған эш боҙоуҙар аҙна һайын Башҡортостандың Экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу министрлығына еткерелә.
Андрей Назаров билдәләүенсә, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеү өлкәһендәге реформа сүп-сарҙы сифатлы һәм үҙ ваҡытында сығарыуҙы ғына түгел, ә эшкәртеү, утилләштереү өлкәһендәге инфраструктураны үҫтереүҙе лә күҙ уңында тота.