Мәғлүм булыуынса, элек мәктәптәрҙә макулатура йыйыу йыш ойошторола ине. Ҡайһы бер мәғариф учреждениеларында ошо ғәҙәт әле лә һаҡлана.
Мәҫәлән, Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһы даими рәүештә макулатура йыйыу ойоштора. Был уҡыусыларҙың ата-әсәһе өсөн дә уңайлы - улар ҡағыҙҙарҙы йыйып барып, акция иғлан ителгәс, алып барып тапшырыуға күнеккән.
Күптән түгел гимназияла "Макулатура тапшырып, ағасты ҡотҡарайыҡ!" тигән акция үтте. Уҡыусылар ихлас ҡатнашты, сара уларҙың хәтерендә матур иҫтәлек булып һаҡланыр. Тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү ошондай саралар аша тәрбиәләнә.