Бөгөн Баймаҡ, Әбйәлил һәм Учалы райондарында ер аҫты ҡаҙылма байлыҡтарын сығарыу буйынса хәлдәр тыныс түгел. Тәбиғәткә вәхшиҙәрсә ҡараш, тирә-яҡ мөхитте тәләфләү урындағы халыҡты борсоуға һала. Шуға ла карьерҙар урынлашҡан һәм ҡаҙылма байлыҡ сығарылған ергә яҡын йәшәгән халыҡтың түҙемлеге бөткәс, асыҡтын-асыҡ ризаһыҙлыҡ белдерә башланы.
Хәҙер был мәсьәлә урындағы халыҡтың һәм райондың баш бәләһе генә түгел, ул республика кимәленә сыҡты. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәләрҙең береһендә республикала ер аҫтын файҙаланыусылар эшмәкәрлеге һәм биләмәлә ер аҫтын файҙаланыу өлкәһендәге хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү мәсьәләләре буйынса ведомство-ара комиссия булдырыу хаҡында ҡабул ителгән ҡарар тураһында белдерҙе. Шулай уҡ Баймаҡҡа барып, республика етәксеһе файҙалы ҡаҙылмалар сығарыуға арналған кәңәшмә үткәрҙе. Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, район халҡы теге йәки был участканы эшкәртеү хаҡында унда техника ингәс һәм көтмәгәндә эшкәртеү эше башланғас ҡына белеп ҡала.
“Муниципалитеттар, власть органдары, контроль-күҙәтеү органдары һәм ер аҫтын файҙаланыусылар араһында үҙ-ара эш итеүҙе яйға һалырға кәрәк. Ер аҫтын файҙаланыу – эш урындары булдырырға мөһим иҡтисади эшмәкәрлек. Ләкин экологик нормалар үтәлмәгәндә ул бик һиҙгер. Шуға күрә беҙ ведомство-ара комиссия ойоштороу тураһында ҡарар ҡабул иттек", — тип әйткәйне республика Башлығы.
Ошо хаҡта “БСТ” каналында “Дөрөҫөн әйткәндә” тапшырыуында ла һүҙ барҙы. Унда Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов, Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Урал Искәндәров һәм Башҡортостан Республикаһы буйынса Геология һәм лицензиялау бүлеге начальнигы Алексей Грицук ҡатнашты. Әлеге мәлдә ”Кем ғәйепле?” һәм “Нимә эшләргә?” тигән ике һорау борсой, шуға ла тапшырыуҙа уларға яуап табырға тырыштылар.
Ҡаҙылма байлыҡ сығарыу һөҙөмтәһендә Баймаҡ районында Таналыҡ йылғаһы ҙур зыян күргән. Урындағы экоәүҙемселәр белдереүенсә, Таналыҡтың ҡороуы арҡаһында Баймаҡ ҡалаһы һыуһыҙ ҡалған. Урындағы халыҡ ошо йәһәттән өс йыл социаль селтәр аша йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итергә маташа. “Беҙ бында тыуҙыҡ, һыу индек, балыҡ тоттоҡ, барлыҡ бала сағыбыҙ үтте. Хәҙер нимәгә әйләндерҙеләр?! Тәртипһеҙлек. Нимә өсөн? Алтын хаҡына! Бөтәбеҙҙең дә күңеле һыҙлай. Ярҙам итеүҙәрен һорайбыҙ”, – ти баймаҡтар.
Азат Бадранов урынға сығып, халыҡ һәм алтын сығарыусылар менән дә осрашты, шуға ла хәл менән яҡшы таныш.
“Бында һәр кем бер ни тиклем ғәйепле. Был мәсьәлә Советтар Союзы тарҡалғас та барлыҡҡа килгән. Тәбиғәт байлыҡтарын файҙаланыу мәсьәләһе коммерция әйләнешенә күскәс тә башланды. Закон тарафынан лицензия килешеүендә культивациялау тәртибе лә күрһәтелгән. Компаниялар лицензия алғанда уға ризалашып ҡул ҡуя, федераль органдар теркәй. Тик талаптар үтәлмәй. Беҙҙә ул закондарҙы күҙәтмәү менән компенсациялана. Әгәр ҙә бөтәбеҙ ҙә ошо проблеманы үҙ өлкәһендә күҙәтә башлаһа, килешеп эшләһә, хәлдәр башҡасараҡ булыр ине”, – тине Азат Бадранов.