"Быйыл тәүге тапҡыр эшкәртеүгә 100 тоҡ самаһы ҡапҡас ебәрҙек", - тип ҡыуанысы менән уртаҡлаша "Таҙа Өфө" проекты етәксеһе Елена Воробьева.
Проект 2019 йылдың февралендә тормошҡа ашырыла башлай. Уға ҡушылыусылар тиҙ арала күбәйә. Өфө ҡалаһы урамдарында йөрәк формаһында ҡапҡастарҙы йыйыу пункттары булдырыла. “Байрам” магазиндар селтәрендә лә ҡапҡастарҙы эшкәртеүгә тапшырырға була. Мәктәптәр, балалар баҡсалары сараға әүҙем ҡушыла. Ҡапҡас йыйып тапшырыуҙан килгән аҡсаға Республика клиник онкология диспансерының паллиатив ярҙам бүлексәһенә заманса каталкалар алына, ауырыу балаларға ярҙам күрһәтелә.
"Проектҡа Өфө эргәһендәге райондар, ҡалалар ҡушылыуы ҡыуандыра. Балаларҙы йәлеп итеп, уларға сүпте айырым йыйыу кәрәклеген өйрәтәбеҙ. Быйыл йыйылған аҡсаны ауырыу балаларҙың иҫәбенә күсерергә ниәтләйбеҙ", - ти Елена Воробьева.
Фото: "Таҙа Өфө" проекты төркөмөнән.