Бөгөн, 4 июндә, Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү федераль хеҙмәте етәксеһе Светлана Радионова “Экология” милли проектының өлөшө булған “Таҙа һауа” федераль проектын тормошҡа ашырыуҙа хеҙмәттәшлек итеү тураһындағы меморандумға ҡул ҡуйҙы.
Ил Президенты Владимир Путин башлаған проекттың маҡсаты – 2030 йылға тиклем илдең ҙур сәнәғәт үҙәктәрендә һауа бысраныуы кимәлен ике тапҡырға кәметеү.
"Башҡортостан кеүек сәнәғәт йәһәтенән үҫешкән төбәктә, әлбиттә, һауа таҙалығы менән проблема бар, – тине Светлана Радионова. – Бөгөнгө меморандум республикаға “Таҙа һауа” проекты пилот режимынан сыҡҡас, федераль проект өлөшө булыр өсөн алдан уҡ кәрәкле тикшереүҙәр һәм иҫәпләүҙәр үткәрергә ярҙам итәсәк. Беҙ проектта билдәләнгән маҡсатлы күрһәткестәргә етеү өсөн төбәккә ярҙам итергә әҙербеҙ. Башҡортостандың экологик хәлде төҙәтергә тырышыуы бик мөһим".
– Республика етәкселегенең фекере федераль коллегаларыбыҙҙыҡы менән тура килә – экология стандарттарын һәр кешегә еткерергә кәрәк, – тине Радий Хәбиров. – Таҙа тирә-яҡ мөхиткә хоҡуҡ илебеҙ Конституцияһында яҙылған. Йыйылған экологик зыянды бөтөрәсәкбеҙ, таҙа һауа һәм һыу менән тәьмин итәсәкбеҙ.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.