Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә республиканың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов быйыл ағас ултыртыу йомғаҡтары тураһында һөйләне. Яҙғыһын Башҡортостанда 1,5 миллион үҫенте ултыртылған, экология акцияларында 160 мең кеше ҡатнашҡан.
Быйыл ағас ултыртыуға бәйле акциялар бихисап булды. Уларҙың береһе – “Хәтер баҡсаһы”, ул Бөйөк Ватан һуғышы башланыуға 80 йыл тулыуға арналды. Иң күбе ағасты Белорет районында ултыртҡандар. Унан ҡала Ҡырмыҫҡалы, Йылайыр, Бөрйән, Борай һәм Ишембай райондары килә.
– Быйыл проектҡа ярашлы бүленгән 162,3 миллион һумдың 69 миллионы урманды тергеҙеү эшенә тотонолдо. Бөгөнгә ҡарата урмандарҙы яһалма тергеҙеү һәм урманды тулыландырыу эше планы 90 процентҡа үтәлгән. План 6910 гектар булһа, беҙ 6300 гектарҙа эштәр башҡарҙыҡ. Урман тергеҙеү эштәренең күпселеге Белорет, Йылайыр, Баймаҡ, Бөрйән райондарында башҡарылған. Был аңлашыла, тап ошо төбәктәрҙә урман әҙерләү әүҙем бара, – тине министр.
Марат Шәрәфетдинов белдереүенсә, урман тергеҙеү эштәрен тамамлауға аномаль эҫелек ҡамасаулаған. Шуға күрә яҙғы осорҙа эштәр туҡтатылған һәм көҙ көнө яңынан дауам ителәсәк. Ер ҡоро булғас, үҫентеләрҙең ерегеп китмәү хәүефе бар.
7 июнгә ҡарата 22 гектарҙа сәселмә сәселгән. Ул һауа шарттары яҡшы булып, үҫеп киткәндә, республиканың ихтыяжын ҡаплаясаҡ. Урман хужалығының йыллыҡ ихтыяжы биш миллион үҫенте тирәһе. Быйыл урман хужалыҡтары үҙ иҫәптәренә 5,3 мең квадрат метр майҙанлыҡ 21 теплица төҙөгән. Уларҙа йыл һайын ике миллион самаһы үҫенте үҫтереп буласаҡ.
– Дөйөм алғанда, йыл йомғаҡтары буйынса республикала 14,5 мең гектарҙа урманды тергеҙергә планлаштырабыҙ. Был былтыр ҡырҡылған майҙандан күберәк, – тине министр.
Фото: oktyabrskiy.bezformata.com