Экология
7 Июнь 2021, 11:30

Ултыртҡас, ҡарарға ла кәрәк

Быйыл "Йәшел Башҡортостан" акцияһы сиктәрендә республикала 200 меңдән ашыу ағас һәм ҡыуаҡ ултыртылған.

Республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Ирина Голованова бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә “Йәшел Башҡортостан” акцияһына йомғаҡ яһаны. Быйыл акция сиктәрендә республикала 200 меңдән ашыу ағас һәм ҡыуаҡ ултыртылған. Сара 24 апрелдән 9 майға тиклем дауам итте, уларҙа 130 мең кеше ҡатнашты.
Дөйөм алғанда, барлығы 25 мең ҙур ағас, 175 мең ағас һәм ҡыуаҡ үҫентеләре ултыртылған. Шулай уҡ алдағы йылдарҙа ултыртып, үҫеп китә алмаған биш мең ағас менән ике мең ҡыуаҡты алмаштырғандар.
Республиканың район һәм ҡалаларында яңы баҡсалар, аллеялар һәм сауҡалыҡтар барлыҡҡа килде. Матур миҫалдар бик күп. Яңауылда 11-се класс уҡыусылары Бөйөк Ватан һуғышы башланыуға 80 йыл тулыуға арнап алмағастар аллеяһы ултыртҡан. Өфө районында 80 өс метрлыҡ ҡарағай сиркәү биләмәһендә үҫәсәк. Кушнаренко районының 90 йыллығына арнап кадеттар 90 ҙур ағас ултыртҡан. Илеш районында “Өләсәй баҡсаһы”, “Бәхетле бала саҡ”, “Спорт”, “Юл буйы” һәм башҡа тематик аллеялар барлыҡҡа килгән. Асҡын районында иһә Ришат Дихин иҫтәлегенә шыршы аллеяһы ултыртылған.
Райондар араһында иң ҙур әүҙемлекте иглиндар күрһәткән. Стәрлетамаҡта 636 ихата биләмәһендә биш меңдән ашыу үҫенте ултыртылған, Нефтекамала Сейә аллеяһы тулыландырылған. Өфөлә 1,5 мең ҙур ағас, 82 майҙанда, шул иҫәптән мәктәп һәм балалар баҡсаларында, сирень ҡыуаҡтары ултыртылған.
– Шул уҡ ваҡытта кешеләр эҫелектән ағастарҙың һәләк булыуы тураһында хәбәр итә. Шуға күрә хакимиәт башлаҡтарына уларға һыу ҡойоу мөмкинлеген табыуҙы һорайым. Хеҙмәтебеҙ һәм матурлыҡ оҙаҡ йылдар һаҡланһын, – тине Ирина Голованова.
“Йәшел Башҡортостан”дың сираттағы этабы көҙ үтәсәк.
Фото: meleuzadm.ru
Читайте нас