Экология
7 Июнь 2021, 12:30

Упҡанкүл ярын таҙарттылар

Экологик сараларҙа ҡатнашыусылар һаны йылдан-йыл арта.

“Рәсәй һыуы” Бөтә Рәсәй акцияһы һәм “Евразияның таҙа яры” халыҡ-ара башланғысы нигеҙендә Нуриман районында экологик сара үткәрелде. Унда 40-лап кеше ҡатнашты. Мәғлүм булыуынса, бындай саралар Рәсәй Президнты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Экология” милли проектының “Уникаль һыу объекттарын һаҡлау” федераль проектына ярашлы ойошторола.
Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының Өфө яны территориаль идаралығы хеҙмәткәрҙәре Өфө моторҙар эшләү берекмәһе, Нуриман районының Яңы Күл ауыл биләмәһе хакимиәте менән берлектә урындағы халыҡ һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашлығында тәбиғәт ҡомартҡыһы – Упҡанкүл ярын сүп-сарҙан таҙартты. Был объект шуныһы менән үҙенсәлекле – унда Башҡортостандың Ҡыҙыл китабына индерелгән һыу сәтләүеге үҫә.
Акция барышында яр буйынан 1,5 кубометр сүп-сар һәм ҡалдыҡ йыйып ситкә оҙатылды.
– Экологик сараларҙа ҡатнашыусылар һаны йылдан-йыл арта. Кешеләрҙә тәбиғәткә, уны һаҡлауға мөнәсәбәт ыңғай яҡҡа үҙгәрә. Әкренләп тирә-яҡ мөхитте һаҡлауҙың уртаҡ эшебеҙ булыуына төшөнә барабыҙ. Был бик ҡыуаныслы, әлбиттә, – тине Экология министрлығының Өфө яны территориаль идаралығы начальнигы урынбаҫары Рөстәм Мифтахов.
Фото: https://ecology.bashkortostan.ru/presscenter/news/373065/
Читайте нас