Экология
8 Июнь 2021, 13:00

Элекке министр коронавирустан үлгән

Уның үпкәһендә хроник сир булған.

Кисә, 7 июндә, Башҡортостанда коронавирус эҙемтәләренән элекке экология министры Азат Ҡотлоәхмәтов һәләк булған. Һуңғы юлға уны бөгөн оҙаттылар. Уны Өфө районының Жуково ауылында ерләнеләр.
Уға 63 йәш булған. Элекке чиновникка коронавирус йоҡҡан. Ул вирус менән ныҡлы көрәшһә лә, хроник сире арҡаһында еңә алмай. Асыҡланыуынса, уның үпкәләрендә хроник сир булған.
Азат Ҡотлоәхмәтов Учалы районының Мансур ауылында 1956 йылдың 10 октябрендә тыуған. Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған. Хеҙмәт юлын Учалы тау-байыҡтырыу комбинатында башлаған. Ғүмере буйы экология тармағанда эшләгән һәм 2010 йылда республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры тип тәғәйенләнгән. Оҙайлы хеҙмәт юлы осоронда ул Башҡорт дәүләт педагогия университетында эшләгән һәм экология, география һәм тәбиғәттән файҙаланыу кафедраһы доценты булған. Студенттар уны тик яҡшы яҡтан ғына хәтерләй.
Мәрхүмдең яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Фото: Башинформ.
Читайте нас