Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ер аҫтын файҙаланыусылар эшмәкәрлеге мәсьәләһе һәм республика биләмәһендә ер аҫтын файҙаланыу өлкәһендә хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү буйынса Ведомство-ара комиссия булдырыу тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.
Бының маҡсаты – дәүләт һәм урындағы үҙидара органдары, федераль башҡарма власының территориаль органдары, хоҡуҡ һаҡсылары, ер аҫтын файҙаланыу өлкәһендә ойошмалар һәм йәмәғәтселектең һөҙөмтәле эшмәкәрлеген тәьмин итеү. Ошондай кәңәшмә орган булдырыу тәҡдимен Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров быйыл майҙа Баймаҡ районында булған саҡта еткергәйне.
Документҡа ярашлы, Ведомство-ара комиссия һәм уның составы тураһындағы положение раҫланған.
Башҡортостан Башлығы Хакимиәте урындағы үҙидара органдарына ер аҫтын файҙаланыусыларҙың муниципалитеттың социаль-иҡтисади үҫешендә ҡатнашыу тәртибе һәм хакимиәт менән ер аҫтын файҙаланыусылар араһында социаль-иҡтисади хеҙмәттәшлек тураһындағы моделле килешеү булдырып йүнәлтергә тейеш.
Республика Хөкүмәтенә Ер аҫтын файҙаланыу буйынса федераль агентлыҡ һәм Тәбиғәттән файҙаланыу тармағында күҙәтеү федераль хеҙмәте менән хеҙмәттәшлек итеү өсөн тәҡдим индерергә ҡушылды.
Республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы Башҡортостандың ер аҫтын файҙаланыусылары ассоциацияһы менән указ положениеларын иҫәптә тотоп килешеү төҙөргә тейеш. Уға ярашлы, ассоциацияға республика биләмәһендә эшләгән барлыҡ ер аҫтын файҙаланыусыларын индереү зарур.
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға республиканың Ер аҫты тураһындағы кодексын тормошҡа ашырыуҙы тикшерергә ҡушылды.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.