Экология
9 Июнь 2021, 16:30

“Торатау” геопаркы буйынса ғаилә квизы үтәсәк

Еңеүселәрҙе иҫтәлекле бүләктәр көтә. Ҡатнашыу шарттары - яҙмала.

12 июндә Өфөләге “Арт-Квадрат” майҙансығында (“Йөрәк” ивент холы, 16.00 сәғәттә) баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн “Торатау” геопаркы буйынса ғаилә квизы үтәсәк. Унда бушлай ҡатнашырға була, ни бары һылтанма буйынса теркәлеү генә кәрәк.
Квиз һорауҙары Башҡортостандың мәҙәни, тарихи, тәбиғи һәм геологик мираҫына бәйле буласаҡ, шул иҫәптән “Торатау” геопаркы буйынса ла. Еңеүселәрҙе иҫтәлекле бүләктәр көтә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, “Торатау” геопаркы үҙ эсенә 155 тәбиғәт һәм мәҙәниәт һәйкәле объектын ала, республиканың дүрт районында - Ишембай, Стәрлетамаҡ, Ғафури һәм Мәлеүездә урынлашҡан. Төп иҫтәлекле урындары – Торатау, Йөрәктау, Ҡуштау шихандары, “Усолка” гелогик ҡырҡылышы – халыҡ-ара әһәмиәткә эйә. Башҡортостан геопарктарҙы үҫтереү мәсьәләһенә ҙур иғтибар бүлә, ил, донъя йәмәғәтселегенең иғтибарын йәлеп итергә тырыша.
Квизды “Арт-Квадрат” йәмәғәт киңлеге, Башҡортостандың ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты һәм “Торатау” геопаркы ойоштора. Сара Ҡала көнөнә, Рәсәй көнөнә һәм Салауат Юлаевтың тыуыуына 267 йыл тулыуға арнала.
Читайте нас