Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин Instagram селтәрендәге сәхифәһендә бал ҡорттарына бәйле яҙма ҡалдырҙы.
“Был фотоларҙы мин Баймаҡ, Йылайыр, Ейәнсура, Күгәрсен райондары умартасыларынан алдым. Баллы республика өсөн был ҡот осҡос күренеш. Фермерҙар ярҙам һорай. Яҡынса иҫәп-хисап буйынса ике меңдән ашыу күс зыян күргән. Сәбәбе – урманды ебәк күбәләгенә ҡаршы эшкәртеү.
Бөгөн ошо проблема хаҡында уйландым. Умартасылар күргән зыянды иҫәпләү схемаһын төҙөп, ошондай ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә фермерҙар өсөн эш итеү алымдарын ғәмәлгә индерәбеҙ. Был мәсьәләгә ныҡлы иғтибар биреләсәк. Быйыл зыян күргәндәрҙе ярҙамһыҙ ҡалдырмайбыҙ. Ҡорт күстәре һатып алыуға аҡса бүләбеҙ. Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ. Хәбировтың командаһы эште аҙағына еткерергә күнеккән”, – тип яҙған Александр Сидякин.
Фото: instagram.com/p/CQMA6oZMu7h/?utm_medium=copy_link