Экология
17 Июнь 2021, 13:30

Йәш экологтарҙы ҡатнашырға саҡыралар

Эштәр 2021 йылдың 1 октябренә тиклем ҡабул ителәсәк. Конкурста ҡатнашыу өсөн һылтанма - яҙмала.

Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы йәш экологтарҙы, уҡытыусыларҙы “Экология – һәр кемдең бурысы” халыҡ-ара конкурсында ҡатнашырға саҡыра.
Рәсәйҙән әлеге мәлдә был премияға дәғүә итеп 500-ҙән ашыу эш ебәргәндәр, Башҡортостандан икәү теркәлгән. Италия, Бельгия, Эстония, Белорусия, Үзбәкстан, Ҡаҙағстандан ҡатнашыусылар бихисап.
Конкурста ҡатаншыу өсөн https://экологияделокаждого.рф һылтанмаһы буйынса үтергә һәм шарттары менән танышырға кәрәк. Эштәр 2021 йылдың 1 октябренә тиклем ҡабул ителәсәк.
Фото: ulpravda.ru
Читайте нас