“Шүлгәнташ” ҡурсаулығында урынлаштырылған "фото-тоҙаҡ" ҡоралайҙы төшөрөп алған.
Ҡоралайҙарға йыртҡыстар һөжүм итһә, улар сәғәтенә 60 километр тиҙлек менән саба ала. Үлән ашай, ҡыуаҡлыҡтарҙы, шыршы ботаҡтарын кимерә, еләк, бәшмәк менән туҡлана. Ҡоралайҙар 15 йылға тиклем йәшәй. Климаттың үҙгәреүе арҡаһында “Шүлгәнташ” ҡурсаулығында улар күбәйгән. Бөйөк Ватан һуғышы башланыуға тиклем ҡоралайҙар республикала күп булған. Әммә яу йылдарындағы, артабан үҙгәртеп ҡороу осорондаҡы юҡһыҙлыҡ мәлендә был йәнлектәр ныҡ кәмегән. Браконьерҙар уларға йыш һунар иткән.
Инсур ЫРЫҪҠОЛОВ, “Шүлгәнташ” ҡурсаулығының тирә-яҡ мөхитте һаҡлау буйынса директор урынбаҫары:
"Ҡурсаулыҡта барыһы ун "фото-тоҙаҡ" ҡуйылған. Уларҙағы мәғлүмәтте гел тикшереп торабыҙ. Әлеге ҡоралайға ике-өс йәш самаһы. Ҡышҡыһын ҡурсаулыҡ биләмәһендә ун – ун биш ҡоралай йәшәй. Йәйгә ҡарай уларҙың һаны арта. Биләмәлә йәнлектәрҙе ашатыу өсөн махсус урындар эшләнгән, уларға даими рәүештә тоҙлоҡ һалына, бесән өҙөлмәй".