Бөгөн Яңы Байрамғол ауылы халҡы Фәйез шишмәһенең төҙөкләндереүҙән һуң асылыу тантанаһына йыйылды. Был сараны ауыл халҡы күптән көтә ине, сөнки Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың вице-спикеры, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова ауыл халҡы ярҙамы менән Фәйез шишмәһен төҙөкләндереүгә күп көс һалды. Эштәр "Атайсал" проектына ярашлы башҡарылды.
"Яҡташтарыбыҙ был шишмәне яҡшы белә. Фәйез ҡойоһо Иҫке Байрамғолдағы йылына бер тапҡыр, яҙ көнө генә аҡҡан Әүлиә шишмәһе кеүек үк киң билдәле. Уның һыуы шифалы иҫәпләнә", - тип һөйләне Эльвира Айытҡолова.
Фәйез шишмәһенең мең йыллыҡ тарихы ла бар. Ололар һөйләүенсә, Х быуаттар тирәһендә был тирәлә Фәйзулла ишан йәшәгән, урындағы халыҡ уны изге тип иҫәпләгән. Вафатынан һуң уны яҡындағы тауҙа ерләгәндәр, шуға ла ошо сығанаҡ уның исеме менән аталған.
Яңы Байрамғол халҡы Эльвира Айытҡолованың башланғысын шунда уҡ хуплап, күтәреп ала. Яңы ҡойма, ял итеү урыны төҙөлә, һуҡмаҡтар һалына, шишмә тирәһе нығытыла. Ә асыу тантанаһын ысын байрамға әйләнә – доға ҡылғандан һуң концерт ойошторалар, күмәкләп сәй эсәләр.
"Һыу — йәшәү сығанағы. Шишмәләр бергә йыйылып, көслө йылғалар барлыҡҡа килтерһә, кешеләр ҙә бергәләшеп ҙур эштәр башҡара ала, - ти "Йома" тапшырыуы етәксеһе, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы Морат Лоҡманов һәм Фәйез шишмәһенең республиканың Исламға бәйле иҫтәлекле урындары исемлегенә индерелеүе ихтималлығын белдерә.
Эльвира Айытҡолова иһә "Атайсал" проектының потенциалы саҡ асыла башланы тип иҫәпләй.
"Проект фекерҙәштәрҙе берләштерә, иң мөһиме - яҡташтарыбыҙға, тыуған төйәгебеҙгә ысынлап ярҙам итә. Төҙөкләндерелгәндән һуң һуң Фәйез шишмәһе ауылдың биҙәге булыр тип ышанам, бында төрлө байрамдар үткәрергә мөмкин. Ул туристар өсөн дә матур объект булыр тип өмөтләнәбеҙ. Күмәкләп күберәк эшләй алабыҙ", - ти Эльвира Айытҡолова.
"Атайсал" проекты Радий Хәбиров башланғысы менән март айында эшләй башланы. Һәр кем тыуған яғына йәки сайттан һайлап алып ниндәйҙер төбәккә ҡулынан килгән ярҙамды күрһәтә ала. Бының өсөн ataisal.ru порталында ярҙам итергә теләгән ауыл-ҡаланы һайлап, үҙенең проектын тәҡдим итергә һәм булышлыҡ төрөн күрһәтергә кәрәк.