Дәүләт Думаһы бер тауыштан “Берҙәм Рәсәй” партияһы тәҡдим иткән бысраҡ һауалы ҡалаларҙа зыянлы ташландыҡтарҙы көйләү тураһындағы законды ҡабул итте. “Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау тураһында”ғы законға индерелгән үҙгәрештәр арҡаһында атмосфера һауаһы бысраҡ булған ҡалаларҙа һәм ҡала биләмәләрендә бысратыусы матдәләрҙе ташлауҙы квоталау системаһы барлыҡҡа киләсәк.
Әлеге ваҡытта бындай квоталар 12 ҡалала ғәмәлдә. Ташландыҡтар Братск, Красноярск, Липецк, Магнитогорск, Медногорск, Түбәнге Тагил, Новокузнецк, Норильск, Омск, Силәбе, Череповец һәм Чита ҡалаларында сикләнгән. Күренеүенсә, Башҡортостан әлеге исемлектә юҡ. Был ҡалалар 2024 йылға тиклем зыянлы ташландыҡтар күләмен 20 процентҡа кәметергә тейеш. Законға индерелгән үҙгәрештәр Рәсәй Хөкүмәтенә был исемлекте киңәйтеү мөмкинлеге бирәсәк.
Башҡортостан өсөн яңы закон көнүҙәк. Төбәктә 200-ҙән ашыу сәнәғәт ойошмаһы эшләй, нефть һәм газ эшкәртеү предприятиелары күп. Уларҙың күпселеге Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Благовещен ҡалаларында. “Роспотребнадзор” идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, республикала атмосфераны иң нығы яғыулыҡ-энергетика комплексы предприятиелары бысрата.
"2020 йылда иң бысраҡ биләмәләр тип (ПДК артыҡ булған) Салауат (0,52 процент), Стәрлетамаҡ (0,47 процент), Ишембай (0,45 процент), Өфө (0,36 процент), Благовещен (0,25 процент) ҡалалары табылды, – тине “Роспотребнадзор”ҙың төбәктәге идаралығы етәксеһе Анна Казак. – Конституцияға ярашлы, һәр кеше таҙа тирә-яҡ мөхиткә һәм уның тураһында дөрөҫ мәғлүмәт алыуға хоҡуҡлы. Законға үҙгәреш санитар һәм экологик ҡануниәт талаптарын тулыландырасаҡ".
Анна Казак белдереүенсә, федераль закон аныҡ предприятиены күҙәтеү һәм уларҙың ташландыҡтары тураһында дөрөҫ мәғлүмәт алыу мөмкинлеге бирә. Уларҙың һәр береһенә ҡарата кире тәьҫирҙе бөтөрөү буйынса саралар үткәреү мөмкинлеге биреләсәк.
Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында һөйләүҙәренсә, был исемлеккә Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат инәсәк. Бының өсөн ике ҙур бурысты үтәргә кәрәк: атмосфера һауаһын мониторинглау системаһын үҫтереүҙе дауам итергә һәм ошо ҡалаларҙа бысраныуҙы иҫәпләргә. Был эштәр бер йыл самаһы ваҡытты үҙ эсенә аласаҡ.
“БСК”ның генераль директоры Эдуард Давыдов белдереүенсә, бындай квоталар индереү төбәктәге экология хәленә ыңғай йоғонто яһай аласаҡ.
"Иғтибар үҙәгендә – кешеләр ғүмере һәм һаулығы, ә был - ҙур предприятиеларҙың социаль яуаплылыҡ күрһәтеүе. БСК-ға әлеге квоталау зыянлы ташландыҡтарҙы кәметеү мөмкинлеге бирәсәк, өлөшләтә беҙ ошо эш менән шөғөлләнә башланыҡ та инде. Закон беҙҙең 2021 - 2030 йылдарға компания үҫеше программаһы маҡсаттарына тура килә. Предприятиела бысраҡ ташландыҡтарҙы кәметеү өҫтөндә эшләйбеҙ", - тине ул.
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу комитеты рәйесе урынбаҫары Руфина Шаһапова әйтеүенсә, әлегә беҙҙә экология өлкәһендә контроль механизмы бик яҡшы эшләмәй.
"Ҡайһы берҙә экология проблемаларын хәл итеүгә кешеләр тәьҫир итә ала. Мәҫәлән, онлайн рәүештә мониторинг приборҙары эшен күҙәтеү. Һәр кем ниндәй һауа менән тын алыуын реаль ваҡыт тәртибендә күрә алыр ине. Ҡайһы бер предприятиелар зыянлы матдәләрҙе күпләп ташлай, – ти ул. – Экологияны һаҡлау туранан-тура кешеләрҙең аң кимәле менән бәйле. Ни тиклем күберәк иғтибар итһәк, яуаплылыҡ та ҙурыраҡ буласаҡ. Законға үҙгәрештәр – был йүнәлештә ҙур аҙым".
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, “Берҙәм Рәсәй” партияһының башланғысы ил Президенты Владимир Путиндың Федераль Йыйылышҡа Мөрәрәжәғәтнамәһе йөкләмәләрен үтәй. Яңы закон үҙ көсөнә 2022 йылдың 1 сентябренән инәсәк.