Экология
25 Июнь 2021, 16:15

Мәсьәлә республика Башлығы контролендә

Көн һайын һауаның торошо, ойошторолған тикшереүҙәр һәм уның һөҙөмтәләре буйынса мәғлүмәт бирелеп торасаҡ.

Бөгөн Республикаға идара итеү үҙәгендә баш ҡала халҡының һауалағы насар еҫкә һәм һөрөмгә зарланып, күпләп мөрәжәғәт итеүенә бәйле брифинг ойошторолдо.
Һорауҙарға "Роспотребнадзор", Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология, Һаулыҡ һаҡлау министрлыҡтары, баш ҡала хакимиәте, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының төбәктәге вәкилдәре яуап бирҙе.
Брифингта билдәле булыуынса, 28 июндә “Росприроднадзор”ҙың төбәк-ара Көньяҡ Урал идаралығы пландан тыш тикшереү менән “Башнефть”кә сығасаҡ. Был турала тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Урал Искәндәров хәбәр итте.
Алда хәбәр итеүебеҙсә, өфөләр май башынан алып ҡалала көслө химик еҫ бар тип зарлана. Һауала ПДК кимәлен тикшереү бер нисә бысратыусы матдәләр булыуын билдәләгән. Насар еҫтәрҙең төп сәбәптәре тип сүп-сар полигоны яныуын һәм сәнәғәт предприятиеларының ташландыҡтарын атанылар.
“Башҡортостандың тәбиғәтте һаҡлау прокуратураһы талаптары буйынса, беҙ дүшәмбенән алып нефть эшкәртеүсе дүрт предприятиеға пландан тыш тикшереү менән барабыҙ", – тине “Росприроднадзор” вәкиле Светлана Хәлимова.
Брифингта ҡатнашҡан Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Урал Килсенбаев белдереүенсә, килеп сыҡҡан хәл буйынса махсус эш төркөмө булдырыласаҡ. Улар һауа бысраныуын тикшереү һәм проблеманы хәл итеү менән шөғөлләнәсәк. Контроль Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығына һалына.
Шулай уҡ Урал Килсенбаев әйтеүенсә, был хәл Башҡортостан Башлығының контролендә.
“Башлыҡ Хакимиәте үҙ өҫтөнә көн һайын һауа хәле, ойошторолған тикшереүҙәр һәм уның һөҙөмтәләре буйынса мәғлүмәт биреп тороу бурысы ала, – тине ул.
Читайте нас