Алдан хәбәр итеүебеҙсә, бөгөн Республикаға идара итеү үҙәгендә баш ҡала халҡының һауалағы насар еҫкә һәм һөрөмгә зарланып, күпләп мөрәжәғәт итеүенә бәйле брифинг ойошторолдо.
Өфөлә йәшәгәндәрҙең һәм журналистарҙың һорауҙарына "Роспотребнадзор", Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология, Һаулыҡ һаҡлау министрлыҡтары, баш ҡала хакимиәте, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының төбәктәге вәкилдәре яуап бирҙе.
Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Сергей Греков белдереүенсә, баш ҡалалағы насар еҫ сүп-сар полигонында янғын сығыуға бәйле. Ул ял көнө, 20 июндә, Яңы Черкассы ауылы янындағы полигонда сыға. Ошо сәбәпле урамдарға насар еҫ тарала. Янғынды бер тәүлек эсендә һүндерһәләр ҙә, быҫҡып ятҡанына ике көн ваҡыт кәрәк була.
"Ут тиҙ таралды. Һауа торошо ла быға булышлыҡ итте, эҫе көн һәм көслө ел торҙо. Янғын түбән төштө һәм оҙаҡ ваҡыт һыу һибергә тура килде, шуға быҫҡып ятыуын ике көн буйы һүндерҙеләр", – тине ул.
Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдереүенсә, үткән айҙа Өфөлә насар еҫкә бәйле дауаханаға һалыу йәки медицина ярҙамы күрһәтеүгә бәйле бер генә мөрәжәғәт тә булмаған.
– Беҙ республиканың медицина мәғлүмәт-аналитика системаһында бындай мәғлүмәт теркәмәнек, сөнки улар булманы, – тине министр. – Ашығыс медицина ярҙамы саҡырыу осраҡтарын анализланыҡ һәм химик еҫ сәбәпле саҡырыуҙар булмауын билдәләнек.
“Роспотребнадзор”ҙың төбәктәге идаралығы етәксеһе Анна Казак белдереүенсә, Өфөлә граждандар мөрәжәғәте буйынса көндөҙ ҙә, төндә лә һауа пробаларын үлсәү башҡарыла.
– Күсмә лабораториялар был үлсәүҙәрҙе көндөҙ ҙә, төндә лә башҡара. Беҙ федераль орган булараҡ федераль ҡануниәт талаптарын үтәргә тейешбеҙ, уға ярашлы мобиль лаборатория сыҡһын өсөн граждандар йәки рәсми кешеләр, йәки ойошмалар мөрәжәғәт итергә тейеш. Башҡаса беҙ үҙ теләк буйынса сыға алмайбыҙ. Шуға күрә бөтә мөрәжәғәттәр, шул иҫәптән социаль селтәрҙәрҙән килгәне лә теркәлә, – тине ул.
“Роспотребнадзор” мәғлүмәттәре буйынса, Өфөлә был көндәрҙә һауалағы ПДК артыуы биш матдә буйынса теркәлгән.
– Башлыса ароматик углеводородтар теркәлде, уға ярашлы, был ташландыҡтарҙың ысынлап та нефть сәнәғәте предприятиелары эшмәкәрлеге һөҙөмтәһе булыуы бар тип уйлайбыҙ, – тине Анна Казак.
Ведомство башлығы белдереүенсә, “Роспотребнадзор” матди-техник яҡтан тәьмин ителгән. Уларҙа үлсәү өсөн барлыҡ махсус ҡорамалдар етерлек.
Фото: скриншот, "Башинформ".