Экология
27 Июнь 2021, 06:30

“Шүлгәнташ” тарихи-мәҙәни комплексы төҙөлөшө аҙағына яҡынлаша

Республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров эш сәфәре менән Бөрйән районында булды.

Кисә, 26 июндә, республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров эш сәфәре менән Бөрйән районында булды. Ул унда “Шүлгәнташ” тарихи-мәҙәни комплексының төҙөлөшө менән танышты һәм мәмерйәнең үҙен дә ҡарап сыҡты.
“Капитал Строй” йәмғиәтенең генераль директоры Алексей Лисин, Фәнни-етештереү үҙәге директоры Данир Ғәйнуллин һәм Бөрйән районы хакимиәте башлығы Ғәзиз Манапов комплекста алып барылған төҙөлөш эштәре менән таныштырҙы һәм объектты инфраструктура йәһәтенән тәьмин итеү хаҡында һүҙ алып барҙы.
Төҙөлөш ойошмаһы вәкилдәре белдереүенсә, 1 авгусҡа бында эске эштәр тамамланасаҡ һәм экспозициялар төҙөүгә тотоноу мөмкин буласаҡ. Шулай итеп, Республика көнөнә Башҡортостан халҡы үҙенсәлекле тарихи объектҡа эйә буласаҡ, тип күҙаллана.
‒ Республика Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировтың башланғысына ярашлы, Шүлгәнташ мәмерйәһе янында шул уҡ исемдәге музей комплексы төҙөү һәм уны сафҡа индереү былтырғы йылдың ноябренә планлаштырылғайны. Әммә пандемия арҡаһында индерелгән сикләүҙәр һөҙөмтәһендә был эште быйылғы йылға күсерергә мәжбүр булдыҡ, - тине Андрей Назаров. – Бөгөн ҡарап сыҡҡандан һуң шуны әйтә алам: “Шүлгәнташ” тарихи-мәҙәни комплексы төҙөлөшө аҙағына яҡынлаша.
Комплекс 4 мең квадрат метр майҙанда урынлашып, асылда Шүлгәнташ мәмерйәһенең тулы күсермәһе буласаҡ. Бында шулай уҡ төрлө саралар, конференциялар ойоштороласаҡ. Комплекста ғилми лаборатория эшләйәсәк.
‒ Мин инде өсөнсө тапҡыр Шүлгәнташ мәмерйәһенә киләм һәм килгән һайын уны үҙем өсөн яңынан асам. Аңлаған кеше өсөн ул – донъя кимәлендәге ҡабатланмаҫ ҡомартҡы. Мине бигерәк тә беренсе ҡаттағы һүрәттәр таң ҡалдыра. Бынан дүрт йыл самаһы ғына элек ғалимдар дөйә һүрәтен таптылар, уға 18-19 мең йыл. Беҙ бынан 15-20 мең йыл элек кешеләрҙең нисек йәшәгәнен аңларға ярҙам иткән донъя тарихы янында йәшәйбеҙ. Музей комплексын асыу менән сит илдән туристар һәм белгестәр ағымы артыр, тип ышанам. Был йүнәлеш ЮНЕСКО өсөн бик мөһим һәм беҙгә Башҡортостанды боронғо тарихты һаҡлаусы тип һанарға нигеҙ бирә, - тип һығымта яһаны Андрей Назаров.
Белешмә өсөн: Шүлгәнташ мәмерйәһе Уралдағы иң ҙур мәмерйәләрҙең береһе һанала. Ә уның биләмәһендә тарихи-мәҙәни музей комплексы төҙөү – Рәсәй күләмендәге уникаль проекттарҙың береһе. Әлеге ваҡытта бындай эштәр Көнбайыш Европала (Франция, Испанияла) ғына башҡарылғаны бар.
Шүлгәнташ мәмерйәһе Башҡортостан биләмәһендә ЮНЕСКО-ның Донъя мираҫы исемлегенә инеүгә дәғүә иткән беренсе объект булып тора.
Фото: pravitelstvorb.ru
Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=51949
Читайте нас