Экология
28 Июнь 2021, 18:00

Сүп-сар сығарыу өсөн хаҡ артмаясаҡ

Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан белдереүҙәренсә...

Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан белдереүҙәренсә, 1 июлдән ҡаты-көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу өсөн хаҡтар артыуы ысынбарлыҡҡа тап килмәй.
Башҡортостандың тарифтар буйынса дәүләт комитеты ҡарары менән, ысынлап та, 1 июлдән ике төбәк операторы - “Ҡаланы йыйыштырыу буйынса махсус хужалыҡ” (бер кубометр сүпте алып сығыу өсөн 500,07 һум), “Дүртөйлөмелиоводстрой” ойошмаһы (592,19 һумға ҡәҙәр) хеҙмәттәренә хаҡты күтәрергә тейеш ине. Тик 9 июндә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров үткәргән ултырышта йыл аҙағына тиклем хаҡтарҙы элекке кимәлдә ҡалдырыу тураһында килешелде. Шулай итеп, хафаланырға урын юҡ, күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәр ҙә, шәхси торлаҡта тороусылар ҙа элекке хаҡтар буйынса түләйәсәк.
“Ҡаланы йыйыштырыу буйынса махсус хужалыҡ” хеҙмәтләндергән күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәр бер кешенән 75 һум, шәхси йорттарҙа йшәүселәр 76,17 һум түләй. “Дүртөйлөмелиоводстрой” ойошмаһының хаҡтары икенсерәк – быға тиклем ҡаты-көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу ойошторолған урындарҙа бер кешенән 75 һум, 2019 йылға тиклем сүпте йыйыу системаһы булмаған ерҙә бер кешенән 55 һум түләргә кәрәк.
Тағы ике төбәк операторының хеҙмәте өсөн түләү хаҡы түбәндәгесә:
РО “Эко-Сити” бер кешенән 94,63 һәм 96,1 һум;
“Экология Т” – 95,36 һәм 96,85 һум.
Фото: https://sahufa.ru/news/2021/06/3430/
Читайте нас