Экология
1 Июль 2021, 04:30

Һулар һауаны яҡшыртыу тураһында уйланалар

Башҡортостан карбонлы полигондар төҙөү буйынса проектта ҡатнашырға ниәтләй

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров видеоконференция режимында углерод балансын контролдә тотоу мәсьәләләрена арналған кәңәшмә үткәрҙе. Сарала профилле министрлыҡтар һәм ведомстволар вәкилдәре, төбәктең юғары уҡыу йорттары ректорҙары, ғилми йәмәғәтселек вәкилдәре ҡатнашты.
Рәсәй Президенты указына ярашлы илдә парлы газдар күләмен кәметеү буйынса ентекле эш алып барылырға тейеш. Тап шуға төбәктәрҙә карбонлы полигондар һәм фермалар төҙөргә планлаштырыла. Был биләмәләрҙә уникаль экосистема булдырыла һәм ғилми ойошмалар сәнәғәт предприятиелары тарафынан һауаға ташлаған газдарҙы контролдә тотоу, өйрәнеү, үлсәү эштәрен атҡарасаҡ.
  • Рәсәй Федерацияһының һигеҙ субъектында карбонлы полигондар төҙөү проектын тормошҡа ашырасаҡтар. Башҡортостандың ошо һигеҙ төбәк исемлегенә инеү өсөн бөтөн мөмкинлектәре бар. Фәнни нигеҙ ҙә, экологик яҡтан мөһим булған проблеманы хәл итеүҙә ярҙамға килерҙәй эре сәнәғәт предприятиелары ла, - ти Радий Хәбиров.
  • Кәңәшмәлә ҡатнашҡан ӨДНТУ ректоры Олег Баулин Башҡортостандың тәбиғи төрлөлөгөн Фән һәм технологиялар буйынса Сколково институты эксперттарының юғары баһалауын билдәләп үтте.
    • Урмандар, һаҙлыҡтар, ауыл хужалығы баҫыуҙары – барыһы ла парлы газдарҙы кәметеүгә булышлыҡ итәсәк. Әлегә Өфө ҡалаһы, Өфө, Стәрлетамаҡ, Нуриман, Баймаҡ, Дәүләкән райондарында бындай полигонды урынлаштырыу ихтималлығын барлайбыҙ, - тине Олег Баулин.
    • Башҡортостан дәүләт аграр университеты ректоры Илдар Ғәбитов уҡыу йортондағы заманса лаборатория мөмкинлектәрен файҙаланырға була тип билдәләне.
      “Башҡорт сода компанияһы” акционер йәмғиәте, “Салауат Газпром нефтехим” һәм башҡа сәнәғәт предприятиелары проектта ҡатнашырға әҙер икәнлектәрен әйтеп үтте һәм тәҡдимдәрен индерҙе.
      Тиҙ арала Башҡортостан Хөкүмәте һәм эре индустриаль ойошмалар араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөләсәк.
      Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан алынды.
      Читайте нас