Бөтә яңылыҡтар
Экология
5 Июль 2021, 09:00

"Тынысланырға иртә"

Күптән түгел Хәйбулла районының Аҡъегет ауылы янында янғын сығып, дүрт гектар майҙанда урман һәм аҡланды ялмап алған.

Көндәрҙең үтә эҫе һәм ҡоро тороуы янғын хәүефһеҙлеген бермә-бер арттыра. Бигерәк тә ҡоролоҡ булған Хәйбулла районында хәл үтә киҫкен тора.
Күптән түгел райондың Аҡъегет ауылы янында янғын сығып китеп, дүрт гектар майҙанда урман һәм аҡланды ялмап алған. Урындағы янғын һүндереү дружинаһы (Айрат Азаматов, Ғәлимйән Билалов, Үлмәҫҡол Байғабулов), Хәйбулла урман хужалығы эшселәре (етәксеһе - И. Күскилдин, участка урмансыһы А. Буранбаев һ.б.), урман янғын һундереү хеҙмәткәрҙәре (етәксеһе - И. Илембәтов), Урыҫбай ауылы ир-егеттәре, район хакимиәте хеҙмәткәрҙәре тырышлығы менән янғын ҡамалған. Әммә тынысланырға иртә, ти Аҡъюл ауыл биләмәһе башлығы Буранбан Илбәков. "Янғын тағы ла таралып, ҙур майҙанды ялмап алды. Ярҙамға күрше Әбеш һәм Атингән ауыл биләмәләренән һәм күрше Йылайыр районынан да килделәр. Уларға ҙур рәхмәт, утты ауыҙлыҡларға тырышабыҙ".
Янғынды һүндереүгә ярҙамға район үҙәгенән, Ғәлиәхмәт һәм Урыҫбай ауылынан да килеүҙәре көтөлә. Дөйөм көс менән бөгөн утты тулыһынса һүндереү планлаштырыла.
Фото: Аҡъюл ауыл биләмәһе сайты.
Читайте нас: