Бөтә яңылыҡтар
Экология
6 Июль 2021, 14:00

“Полигонда янғын ҡабатланһа, МАХ етәкселеге отставкаға китә”

Май башынан алып баш ҡала халҡы ҡырҡыу химик еҫкә һәм газ монарына йыш зарлана.

Бөгөн Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә республика Башлығы Радий Хәбиров атмосфера һауаһына бысраҡ матдәләр сығарыу йәһәтенән Өфөләге дүрт нефть химияһы заводын тикшереү һөҙөмтәләрен контролгә алырға ҡушты.
Мәғлүм булыуынса, “Росприроднадзор”ҙың Көньяҡ Урал төбәк-ара идаралығы, Өфөлә ҡайһы бер бысраҡ матдәләр коэффициентының һулар һауала икеләтә артығыраҡ булыуы теркәлгәнгә күрә, 30 июндә нефть эшкәртеү комплексы предприятиеларын пландан тыш тикшереүҙе ойошторғайны. Май башынан алып баш ҡала халҡы ҡырҡыу химик еҫкә һәм газ монарына йыш зарлана ине.
Һауаны бысратҡан төп сығанаҡтар – Өфө районының Черкассы ҡасабаһындағы ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар полигонында янғын, шулай уҡ ҡаланың төньяғындағы сәнәғәт предприятиелары.
“Уҙған аҙнала Өфөлә биш тапҡыр насар метеошарттар иғлан ителде. 28 июндә атмосфера һауаһына контроллек иткән өс автоматлаштырылған станцияның икеһендә һулар һауала бысраҡ матдәләр миҡдары рөхсәт ителгәндән икеләтә артығыраҡ булыуы теркәлде, – тип белдерҙе “Росприроднадзор”ҙың Көньяҡ Урал төбәк-ара идаралығы етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Роман Болотов. – Ошондай осраҡтарҙы асыҡлау өсөн идаралыҡ “Башнефть-УНПЗ”, “Башнефть-Өфөнефтехим”, “Башнефть-Новойл”, “Өфөоргсинтез” нефть эшкәртеү заводтарында пландан тыш тикшереү үткәрә. Контроль-күҙәтеү саралары барышында бысраҡ матдәләр сығарылған 1570 сығанаҡ тикшерелә, уларҙың миҡдары үлсәнә”.
Роман Болотов шулай уҡ былтыр ошо предприятиеларҙа үткәрелгән дүрт тикшереү сараһы һөҙөмтәләрен дә әйтеп үтте. Асыҡланған етешһеҙлектәргә бәйле предприятиелар административ яуаплылыҡҡа тарттырылған. 2019 йылда һауаға сығарылған бысраҡ матдәләрҙең тулайым йыйымы 124 мең тонна, былтыр 113 мең тонна тәшкил иткән.
“Бындай предприятиелар тирә-яҡ мөхиткә кире йоғонто яһаған I категориялы объекттар исемлегенә индерелде. Улар 2022 йылдың 31 декабренә тиклем комплекслы рөхсәт алып, бысраҡ матдәләр сығанаҡтарында контроль ҡулайламаларын ҡуйырға тейеш”, – тине Роман Болотов.
Әйткәндәй, заводтарҙа тикшереү 27 июлгә тиклем дауам итә. Кәрәк булһа, тәбиғәтте һаҡлау прокуратураһы талабы буйынса уның йәнә 20 көнгә оҙайтылыуы ихтимал.
Һауаны бысратҡан тағы ла бер сығанаҡ – Черкассы ҡасабаһындағы ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар полигонындағы янғын. Был хәл буйынса ғәйеплеләр административ яуаплылыҡҡа тарттырыла, тип белдерҙе Роман Болотов.
“Янғын осоронда Өфөләге атмосфера һауаһының сифаты кинәт насарая, газ монары шунда уҡ ҡалаға тарала. Әле беҙ баш ҡала башлығына иҫкәртеү яһау менән сикләндек. Предприятие ошо уҡ статья буйынса икенсе тапҡыр яуапҡа тарттырылһа, 1,5 миллин һумлыҡ штраф һалына, артабан да шулай дауам итһә, уның эшмәкәрлеген туҡтатыу ҡарала”, – тине ул.
Өфө хакимиәте башлығы Сергей Греков әйтеүенсә, әле полигонда янғын юҡ, сүплектә дежурлыҡ ойошторолған, ҡала башҡаса бындай хәлгә юл ҡуймау бурысын үҙ иңенә ала.
“Полигонда тағы ла бер тапҡыр янғын сыҡһа, ҡаланы йыйыштырыу буйынса махсус автохужалыҡтың бөтә етәкселеге отставкаға китә”, – тине республика Башлығы.
“Нефть химияһы заводтарын тикшереүгә килгәндә, әгәр беҙ заводтарҙың ғәйебе менән һауаның бысраныуыны, унда зарарлы матдәләр миҡдарының артыуын асыҡлаһаҡ, “Росприроднадзор”ҙың, ошо предприятиеларҙың хәл эҙемтәләрен нисек итеп бөтөрөргә йыйыныуы, иҫкәртеү сараһы күреүе тураһында сығыштарын тыңларбыҙ. Был бик мөһим мәсьәлә. “Башнефть” – ышаныслы партнер, улар яуаплылыҡ кимәлен аңлайҙыр, тип уйлайым”, – тине Башҡортостан етәксеһе.
Роман Болотов әйтеүенсә, мониторинг мәғлүмәттәре “Росприроднадзор” сайтында урынлаштырыласаҡ.
Фото: bashinform.ru.
Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: