Бөтә яңылыҡтар
Экология
12 Июль 2021, 19:00

Баймаҡтар "Сылтыр шишмә" акцияһын башланы

Район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Ришат Ишембәтов яҡташтарына нимә тип мөрәжәғәт итте?

Баймаҡтар "Сылтыр шишмә" акцияһын башланы
Баймаҡтар "Сылтыр шишмә" акцияһын башланы

Өфө ҡалаһының Ленин районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, билдәле ҡурайсы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Әхиәт Ғәйетбаев яңыраҡ тыуған ерендә - Баймаҡ районы Буранбай ауылында Һыулүҙәк шишмәһенең инешен таҙалап, кәртәләп, яҡташтарына матур өлгө күрһәтте.

Шулай итеп, баймаҡтар республикала дәррәү барған "Атайсал" проекты һәм районда иғлан ителгән "Сәләмәт ауыл" конкурсына ярашлы “Сылтыр шишмә” акцияһын иғлан итте. Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Ришат Ишембәтов яҡташтарын акцияға әүҙем ҡушылырға саҡырҙы.
"Район башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән проекттар тыуған төйәкте төҙөкләндереү, уның тәбиғәтен, шишмә-инештәрен һаҡлауға йүнәлтелгән. Ауыл биләмәләре башлыҡтарын, йәмәғәт ойошмаларын, мәғариф, мәҙәниәт учреждениелары етәкселәрен, районда һәм айырыуса ситтә йәшәгән яҡташтарыбыҙҙы “Сылтыр шишмә” акцияһын һәр төбәктә күтәреп алырға саҡырабыҙ", - тине Ришат Вәкил улы.
Көньяҡ-көнсығыш төбәк өсөн был акция бигерәк тә кәрәк, сөнки быйылғы ҡоролоҡ сәбәпле йылғаларҙың һайығыуы, шишмәләрҙең ҡороуы күҙәтелә. Баймаҡ районы биләмәһендә биш йылға һәм ун ҙур күл иҫәпләнә. Киләсәк быуынға ошо тәбиғи ҡомартҡыларыбыҙҙы саф килеш ҡалдырыу - һәммәбеҙҙең мөҡәддәс бурысы.


Фото: agidel.ru

Автор:Айгуль Идельбаева
Читайте нас: