Бөтә яңылыҡтар
Экология
12 Июль 2021, 16:00

Геопарктарҙа эш нисек бара?

Рөстәм Моратов “Янғантау” һәм “Торатау” геопарктарын үҫтереү тураһында һөйләне.

Геопарктарҙа эш нисек бара?
Геопарктарҙа эш нисек бара?

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов “Янғантау” һәм “Торатау” геопарктарын үҫтереү тураһында ҡыҫҡаса һөйләп үтте.

Әле ғилми һәм эксперттар берләшмәһе менән берлектә “Башҡортостан Республикаһы геопарктары һәм Башҡортостан Республикаһының геологик мираҫы тураһында”ғы закон проекты әҙерләнгән. “Торатау”ҙа визит-үҙәк төҙөлөшө тамамланған, биләмәне төҙөкләндереү, этнокомплекс булдырыу мәсьәләһе ҡарала. Бынан тыш, Торатау шиханына баҫҡыс һалыу йәһәтенән проект алды эше ахырына етеп килә. Төҙөлөш-монтаж ғәмәлдәрен быйыл октябргә тиклем тамамлау планлаштырыла. 2022 – 2023 йылдарҙа бында йәнә өс визит-үҙәк асыу күҙаллана.

“Янғантау” геопаркында эш планға ярашлы бара. Визит-үҙәк туристарҙы ҡабул итә, экскурсиялар көн дә ойошторола. Әйткәндәй, туристар һаны икеләтә артҡан, Әй, Йүрүҙән йылғаларынан ағып төшөү айырыуса ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Ял көндәрендә ошо маршруттарҙа туристар һаны биш меңгә етә.

Бында өҫтөнлөклө өс капиталь төҙөлөш объекты билдәләнә: “Мәсетле” геологик музей комплексы, “Каруанһарай” этнография комплексы, “Салауат ере” тарихи-мәҙәни комплексы. Улар буйынса эште киләһе йыл тамамлау планлаштырыла. Рөстәм Моратов геопарктар биләмәһендә юл буйы сервисы тураһында ла һөйләне. Башланғыс бар, база әҙер, 55 ер участкаһы бүленгән.

“Торатау” геопаркы тарафынан ЮНЕСКО-ның халыҡ-ара статусын алыуға бәйле башҡарылған эшкә килгәндә, Рөстәм Моратов әйтеүенсә, әле тапшырылған мәғлүмәттәр ЮНЕСКО-ның Париждағы штаб-фатирында тәүге тикшереүҙе уңышлы үткән. Биләмәне баһалау өсөн 15 июлдән 1 октябргә тиклем эксперттарҙың килеүе көтөлә. ЮНЕСКО-ның Глобаль геопарктар селтәренә яңы кандидаттарҙы индереү буйынса комиссия ултырышы, эксперттар баһа тураһындағы отчетты тапшырғас, быйыл декабрҙә уҙғарыла. “Янғантау” буйынса “1-се геопарк” брендын патентлау өсөн бөтә документтар әҙерләнгән.

 

Фото: bashinform.ru

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: