Бөтә яңылыҡтар
Экология
13 Июль 2021, 16:30

Һауа бысраныуы нимәгә бәйле?

Өфөлә һулаған һауабыҙҙың сифатын яҡшыртыуҙы “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһы хәстәрләй. 

Һауа бысраныуы нимәгә бәйле?
Һауа бысраныуы нимәгә бәйле?

Өфөлә һулаған һауабыҙҙың сифатын яҡшыртыуҙы “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһы хәстәрләй.

– Һуңғы ваҡытта Өфө ҡалаһының төньяғында һауаның насар булыуы тураһында халыҡтан ялыуҙар килде, – тип һөйләй “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе Башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров. – Июндә Яңы Черкассы ҡыйлығы яна башлағас, шундай хәл килеп тыуғайны, төтәп ятҡан урынды һүндергәс тә кешеләрҙән мөрәжәғәттәр туҡтаманы. Ҡалдыҡтар тураһында һөйләгәндә, сығанағы сәнәғәт предприятиелары булыуы ла ихтимал.

Рөстәм Марат улы әйтеүенсә, ике аҙна һуҙымында нефть заводтары, Росприроднадзор, Роспотребнадзор, Башгидрометеоүҙәк, республикабыҙҙың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы, “Спецавтохозяйство” йәмғиәте, йәмәғәт экология ойошмалары белгестәре ҡатнашлығында түңәрәк өҫтәл ойошторала.

– Бөгөн Өфөнөң төньяҡ өлөшөндә атмосферанының бысраҡлығын тикшереү буйынса автоматлаштырылған онлайн-система урынлаштырылған, әммә улар сертификация үтмәгән, был мәсьәләне хәл итергә кәрәк, – тине Рөстәм Әхмәҙинуров.

 

Фото: Башинформ.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас: