Бөтә яңылыҡтар
Экология
14 Июль 2021, 16:45

Баймаҡҡа ят бөжәк “ҡунаҡҡа килгән”

Был фотолағы сиңерткәнең бер төрөн (русса атамаһы – богомол) бөгөн Баймаҡ районынан төшөрөп ебәргәндәр. Йыртғыс бөжәктең ҙурлығы ғәҙәттә 5-7 см тирәһе, шулай уҡ 10, хатта 18 сантиметрлыҡтары ла осрап ҡуя.

Баймаҡҡа ят бөжәк “ҡунаҡҡа килгән”
Баймаҡҡа ят бөжәк “ҡунаҡҡа килгән”

Был фотолағы сиңерткәнең бер төрөн (русса атамаһы – богомол) бөгөн Баймаҡ районынан төшөрөп ебәргәндәр. Венер Ҡыуатов төшөргән фотолағы бөжәктең быға тиклем башлыса йылы яҡтарҙа (Африкала, Төркиә кеүек йылы илдәрҙә, Рәсәйҙең көньяҡ өлөшөндә) йәшәүе билдәле ине.

Был сиңерткә йыртҡыс бөжәк һанала, ул себен кеүек ваҡ бөжәктәрҙән алып, кеҫәртке, тәлмәрйен, вағыраҡ ҡоштарға тиклем һунар итеүе ихтимал. Богомолдар шулай уҡ бер-береһен дә ашай. Ҙурлығы ғәҙәттә 5-7 см тирәһе, шулай уҡ 10 сантиметрға еткән төрҙәре лә, хатта 18 сантиметрлыҡтары ла осрап ҡуя.

Улар бик яман тауыш сығара. Ғәҙәттә, кеше бөжәктең тышҡы ҡиәфәтенән дә, тауышынан да ҡурҡа. 

Һуңғы бер нисә йылда беҙҙең тарафтарҙа төрлө ҙурлыҡтағы һәм төҫтәге экзотик үрмәкселәр – тарантулдар, һары сактар һәм башҡа бөжәктәр ҙә йышыраҡ осрай башланы. Хатта ағыулы ҡарағорт күреүселәр ҙә бар.

Ғалимдар билдәләүенсә, климат үҙгәреү сәбәпле, был бөжәктәр яңы биләмәләрҙе үҙләштерә.

 

Фото: В. Ҡыуатов (Баймаҡ районы) һәм givnost.ru

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: