Бөтә яңылыҡтар
Экология
14 Июль 2021, 23:30

Өфө халҡы һөрөмгә зарлана

"Был хәл тураһында федераль үҙәктәргә лә еткерергә кәрәк".

Өфө халҡы һөрөмгә зарлана
Өфө халҡы һөрөмгә зарлана

Республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы менән "Росприроднадзор"ҙың Көньяҡ Урал идаралығы хеҙмәткәрҙәре Өфө һауаһының нилектән бысраныуы сәбәбен асыҡлай.

9 - 19 июлдә баш ҡаланың биш урынында һәм эргә-тирәһендә 22 матдәгә лаборатор тикшереү ойоштороласаҡ. Эш барышы Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары буйынса совет, шулай уҡ "Йәшел Башҡортостан" йәмәғәт ойошмаһы тарафынан күҙәтеүгә алынған.
Йәмәғәтселәр халыҡтың мөрәжәғәттәренә лә иғтибар бирә. 9 июлдә ҡалала йәшәүселәр газ һәм әсе еҫкә зарлана. Тәүге көндә 100 ғариза ҡабул ителгән.
"Йәмәғәт палатаһына һауаның тын алғыһыҙлығына, бигерәк тә ауыр еҫтең төнөн көсәйеүенә ризаһыҙлыҡ белдергән шылтыратыуҙар, мөрәжәғәттәр күп булды. Быны нисектер хәл итергә кәрәк", – тип белдерҙе Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Роза Хужина. Дәүләт Думаһы депутаты Павел Качкаев Өфөнөң генә түгел, эргә-тирәләге ҡалаларҙың да торошон ентекле тикшереү өсөн был эшкә "Росприроднадзор"ҙың федераль ведомстволарын да йәлеп итергә саҡыра.
"Тын да алып булмай тигәндәрҙең хәлен аңлайым. Сәбәптәре төрлө - сәнәғәт һөрөмө, ташландыҡтар, метеошарттар һөҙөмтәһе - булыуы ихтимал. Әммә халыҡ зарар күрергә тейеш түгел. Урындағы тикшереү органдары бының менән шөғөлләнә. Шулай ҙа федераль үҙәктәргә лә еткереү зарур", – тине Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова.
Июнь айында Башҡортостандағы гигиена һәм эпидемиология үҙәге белгестәре 30 проба һәм 510 тикшереү һөҙөмтәһендә һауала зарарлы матдәләр концентрацияһының артыуын теркәгәйне.

Фото: youtu.be

 

Автор:Айгуль Идельбаева
Читайте нас: