Бөтә яңылыҡтар
Экология
14 Июль 2021, 15:00

Республикала яңы консорциум төҙөлдө

Нимә һуң ул карбон полигоны?

Республикала яңы консорциум төҙөлдө
Республикала яңы консорциум төҙөлдө

Башҡортостанда Евразия климат консорциумы төҙөлдө. Ул Рәсәй Фән һәм юғары белем министрлығының пилот проектында ҡатнашыу өсөн карбон полигонын ойоштороу һәм уның эш итеүе программаһын тормошҡа ашырыу менән шөғөлләнә. Республика Хөкүмәте, мәғариф, ғилми ойошмалар һәм иҡтисадтың реаль секторы предприятиелары тейешле килешеүгә ҡул ҡуйҙы.

Консорциум эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре – берлектәге ғилми, белем биреү сараларын үткәреү, декарбонизация өлкәһендә тикшеренеү инфрструктураһына булышлыҡ итеү, углерод балансына контроль технологияһын производствоға индереү. Килешеүгә ярашлы, 2021-2022 йылдарҙа Башҡортостанда карбон полигонын асыу һәм уның эш итеүе программаһын финанс тәьмин итеү планы һәм юл картаһы раҫланды. Документ өҫтәмә килешеүҙәр төҙөү юлы менән консорциумға башҡа предприятиеларҙың да ҡушылыуын күҙаллай.

– Рәсәйҙең Фән һәм юғары белем министрлығы карбон полигондары асыласаҡ ете пилот төбәген билдәләне. Шул уҡ ваҡытта беҙ ҙә проектта ҡатнашырға булдыҡ. Яңы ойошторолған консорциум тап ошо тема менән шөғөлләнәсәк. Әле бөтә тырышлығыбыҙ пилот төбәктәре иҫәбенә Башҡортостанды ла индереүгә йүнәлтелә, – тине Радий Хәбиров. – Беҙҙең башланғысты “Газпром нефтехим Салауат” һәм Башҡортостан сода компанияһы кеүек ҙур индустриаль партнерҙарҙың хуплауы ла мөһим. Башҡа предприятиелар менән дә һөйләшеүҙәр алып барабыҙ, шуға күрә консорциумда ҡатнашҡан ойошмалар һаны артасаҡ.

Өфө дәүләт нефть техник университеты ректоры Олег Баулин эш төркөмөнөң Рәсәй Фән һәм юғары белем министрылығына карбон полигоны төҙөү буйынса пилот проектында ҡатнашыу тураһында ғариза әҙерләүе хаҡында хәбәр итте. Радий Хәбиров әйтеүенсә, консорциум эшенә сәнәғәт предприятиелары ғына түгел, аграр сәнәғәт тә ҡушылырға тейеш. Башҡорт дәүләт аграр университеты ректоры Илдар Ғәбитов университеттың ошо эштә флагман булырға әҙерлеген белдерҙе.

Республика Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин парник газдарын һауаға сығарыуҙы кәметеү темаһы яҡын арала бөтә донъяла иң әһәмиәтлеләрҙең береһе буласаҡ, тип билдәләне.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ошо иҫтәлекле ваҡиға менән уртаҡлашты.

“Сколтех, Евразия ғилми-белем биреү үҙәге, Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге, Өфө дәүләт нефть техник һәм Башҡорт дәүләт аграр университеттары, шулай уҡ төбәктәге “Газпром нефтехим Салауат” һәм Башҡортостан сода компанияһы кеүек ҙур сәнәғәт предприятиелары менән Евразия климат консорциумы төҙөү тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙыҡ. Ул Башҡортостанда карбон полигоны асыу менән шөғөлләнәсәк.

Ҡурҡмағыҙ – ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар полигондары менән уның бер уртаҡлығы ла юҡ. Нимә һуң ул карбон полигоны? Асылда, ул уникаль экосистемалы биләмәне тәшкил итә – мәҫәлән, урман участкаһын йәки торф һаҙлығын – унда ғилми ойошмалар йыһан, пилотһыҙ һәм ер өҫтө системалары ярҙамында углерод балансын иҫәпләү алымдарын уйлап таба. Ошо рәүешле беҙ төрлө ландшафттарҙың һеңдереү һәләте тураһында дөрөҫ мәғлүмәт алабыҙ, йәғни углеродты әүҙем һеңдереп, уларҙы тупраҡта туплаған үҫемлектәрҙе асыҡлайбыҙ. Бынан тыш, полигон программаһында ҙур сәнәғәт предприятиеларына һауаға зарарлы матдәләр сығарыуҙы кәметеү йәки тулыһынса углеродһыҙ етештереүгә күсеү мөмкинлеген биргән технологияларҙы ғәмәлгә индереү ҡарала...”, – тип яҙҙы Радий Хәбиров.

Фото: https://glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/143548.html

Сығанаҡ: glavarb.ru

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: