Бөтә яңылыҡтар
Экология
20 Июль 2021, 15:04

Азат Бадранов: “Бер-беребеҙҙе тыңлап эш итергә тейешбеҙ”

Халыҡ араһында асыҡ һәм дөрөҫлөккә тап килгән аңлатыу эше алып барырға кәрәк.

Башҡортостан Хөкүмәте йортонда республика биләмәһендә Ер аҫтын файҙаланыу өлкәһендә хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү буйынса ведомство-ара комиссияның тәүге ултырышы үтте. Унда Хәйбулла, Баймаҡ, Учалы, Әбйәлил райондары хакимиәт башлыҡтары, төрлө ведомство етәкселәре, ер аҫтын файҙаланыу өлкәһендә эшләгән ойошмалар вәкилдәре ҡатнашты. Сараны Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов һәм Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Урал Искәндәров алып барҙы.

Аныҡ һәм теүәл бурыстар

 Урал аръяғы райондары халҡы ер аҫты ҡаҙылма байлыҡтарын эш­кәртеү ваҡытында тирә-яҡ мөхиттең тәләфлә­неүе, был эш менән шөғөл­ләнгән пред­приятие­ларҙың, зыян килте­релгәндән һуң, ерҙәрҙе төҙөк­ләнде­рергә ашыҡмауына бәйле күптән хафалана ине. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров вазифаға тәғәйенлә­неү менән халыҡ уға мөрә­жәғәт итте. Радий Фәрит улы шунда уҡ Баймаҡ, Учалы райондарына сығып, хәл менән танышты. Ер аҫтын файҙаланыу менән шөғөлләнгән предприятиеларҙы власть органдары һәм халыҡ әлегә тиклем закон нигеҙендә эшләргә саҡыра, төҙөклән­дереүҙе йәнләндереү кәрәклеген белдерә. Әммә хәлде урынынан ҡуҙғатыу өсөн “түңәрәк өҫтәл” артына ултырып, һәр мәсьәләне айырым хәл итеү мәле етте.

Быйыл 15 майҙа Баймаҡ районында үткән кәңәшмәлә Радий Хәбиров был йүнәлештә эшләгән ведомстволар, ер аҫты ҡаҙылмалары сығарған предприятие вәкилдәре алдында аныҡ һәм теүәл бурыстар ҡуйҙы. Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғә­тендә предприятиеларҙың экологияға зарар килтергәне өсөн финанс яуаплылығын арттырыуҙы күҙ уңында тотҡан закон ҡабул итеү бурысын ҡуйҙы. Рәсәй лидеры тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йәһәтенән ҡәтғи эш итергә саҡырҙы. Ул “Росприроднадзор”ҙың һәм башҡа контроль органдарының үҙҙәренә йөкмәтелгән бурыстарҙы еренә еткереп үтәргә тейешлеген билдәләне. Владимир Путиндың “Тәбиғәт иҫәбенә килем алдың икән – артыңдан йыйыштырып та ҡуй” тигән һүҙҙәре төп нигеҙгә әйләнде.

– Ултырышта ер аҫтын файҙа­ланыусыларҙың эшмәкәрлеге һәм был йәһәттән атҡарылған хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында асыҡтан-асыҡ һөйләшергә тейешбеҙ. Хәтерегеҙгә төшөрәм, был комиссия Башҡортостан Башлығы Указы менән булдырылды. Беҙ һәр яҡтан тигеҙлек һаҡлау, килеп тыуған мәсьәләләрҙең тиҙ һәм закон нигеҙендә хәл ителеүен тәьмин итергә тейеш. Комиссияның маҡсаты – консультациялар биреү, кәңәшмәләр үткәреү, ер аҫтын файҙаланыу менән шөғөлләнгән ойошмаларҙың эшен яйға һалыу. Кварталға бер йыйылып, атҡарылған эштәрҙе барларбыҙ, киләсәккә пландар ҡуйырбыҙ. Бынан тыш, тиҙ арала хәл итеүҙе талап иткән мәсьәләләрҙе урын­ға сығып өйрәнербеҙ. Ер аҫтын файҙа­ланыу өлкәһендә барлыҡҡа килгән һорауҙар республика етәкселеген ныҡ борсой. Айырыуса был өлкәләге закон боҙоу осраҡтары, ҡаҙылма байлыҡтар алынғандан һуң биләмәгә рекультивация үткәрмәү, лицензияланған билә­мәнән ситкә сығыу – йыш осраған күренештәр, улар менән көрәшергә кәрәк. Ведомство-ара комиссия төҙөү был өлкәлә тәртип булдырыуға нигеҙләнгән һәм ил Президенты Владимир Путин ҡуйған бурыстарҙы тормошҡа ашырыу ул, – тине Азат Бадранов. – Ер аҫтын файҙаланыу тармағында комплекслы проблемалар күптән бар. Һөҙөмтәлә тәбиғәткә ҡарата ҡырағайҙарса мөнәсәбәт урындағы халыҡ араһында ризаһыҙлыҡ тыуҙыра. Беренсе ултырышҡа әҙерлек башлағас, Урал аръяғы райондарында вазифа биләгән кешеләрҙең ришүәтселеккә барыуы тураһында мәғлүмәттәр килә башланы. Уларҙы өйрәнербеҙ һәм артабан эште хоҡуҡ һаҡлау органдарына ебәрербеҙ. Әлбиттә, бындай хәл халыҡ араһында имеш-мимеш хәбәрҙәр тыуҙыра. Шуға беҙҙең комиссия ошо тармаҡта килеп тыуған проблемаларҙы хәл иткән майҙансыҡ булырға тейеш, һәр яҡты тыңлап, ишетеп эшләргә бурыслыбыҙ. Иҡтисади үҫеш менән тәбиғәтте һаҡлау араһындағы балансты көйләү көн ҡаҙағына ҡуйылды.

Ауылдары эргәһендә ер аҫты байлыҡтары эшкәртелгән халыҡ йыйындар үткәреп, инициатив төркөмдәр ойошторған. Уларға етәкселек итеүсе­ләр власть органдары вәкилдәре менән дә, предприятие етәкселәре менән дә туранан-тура һөйләшеүҙәр алып бара. Власть үҙ эшен асыҡ ойошторһа, предприятиелар ҡайһы саҡта халыҡ менән аралашыуҙа хаталар ебәрә. Һөҙөмтәлә аңлашылмаусанлыҡтар килеп сыға. Урал аръяғында ер аҫты ҡаҙылма байлыҡтары мәсьәләһен хәл итә башлау менән әлеге ауыр хәл килеп тыуыуҙың төп сәбәбе – коррупцион йүнәлеш барлығы тураһында фараздар йыш яңғыраны. Был хәбәрҙең ысынбарлыҡҡа тап килеүе тураһында Азат Бадранов та әйтеп үтте. Айырыуса һуңғы арала был фаразды дәлилләгән факттар асыҡланған. Улар буйынса хоҡуҡ һаҡлау органдары эшләй. Тимәк, тиҙҙән был хәл киң йәмәғәтселеккә лә билдәле буласаҡ.

Ултырышта тәү сиратта ойоштороу мәсьәләләре хәл ителде. Мәҫәлән, ер аҫтын файҙаланыусылар һәм муниципалитеттар араһында социаль-иҡти­сади үҫеште тәьмин итеү тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыу һәм уның юридик яҡтан көсө, ташланған карьерҙар реестрын булдырыу, Башҡортостан ер аҫтын файҙаланыу ассоциацияһының эшен йәнләндереү. Бынан тыш, эшмәкәр­лектәренә ҡарата урындағы халыҡ ризаһыҙлыҡ белдергән компа­нияларҙың вәкилдәре саҡы­рылды: “Таналыҡ”, “Саңғалыҡ диорит карьеры”, “Альт-инвест” яуап тотто.

Саң осороп эшләүгә юл ҡуйылмаясаҡ

 Учалы районының Мансур ауылы эргәһендә тау тоҡомо сығарған “Саңға­лыҡ диорит карьеры”ның эшенә ҡарата һуңғы арала ризаһыҙлыҡ белдереүҙәр йышайҙы. Компанияның төбәктәге ике ойошмаһы һауаға 700 тонна саң сығара. Ауыл халҡы бынан арыған. Июнь айында республикаға “Росприроднадзор” етәксеһе Светлана Радионова килеп киткәс, компанияның эше ун тәүлеккә туҡтатылып торғайны.

“Саңғалыҡ диорит карьеры” ойош­маһының генераль директоры Дмитрий Зибаев белдереүенсә, Мансур ауылына экологик көсөргәнеште кәметеү йәһәтенән быйыл апрелдә “юл картаһы” төҙөлгән, саралар графикка ярашлы атҡарыла.

– 31 октябргә тиклем тау тоҡомо сығарған ҡоролмаларға – ике, 31 де­кабргә тиклем йәнә ике фильтр ҡуйыласаҡ. Уларҙы алыуға компания 55 миллион һум аҡса сарыф иткән. 16 таҫмалы транспортерҙың 12-һенең өҫтө ябылған, ҡалғандары 1 авгусҡа тиклем көпләнәсәк. Мансур ауылы аша үткән юлға даими рәүештә һыу һипте­релә, саңды баҫыу өсөн, был эш етештереү урынында ла алып барыла. Һауаның сифатын тикшереп торабыҙ. 31 октябргә тиклем автоматлаш­ты­рылған махсус станция алып ҡуясаҡ­быҙ. Халыҡ менән даими осрашабыҙ, – тип билдәләне Дмитрий Зибаев.

Учалы районы хакимиәте башлығы Руслан Ғиләжетдинов иһә компанияның ҡыш­ҡыһын ниндәй шарттарҙа эшләйә­сәге хаҡында һораны. “Туҙанды йәйге осорҙа һыу ярҙамында баҫып була, ҡышҡыһын нимә эшләйәсәкһегеҙ?”– тип шикләнде ул.

– Учалы районының Мансур ауы­лын­дағы хәл Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың һәм “Росприроднадзор”ҙың, Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округы буйынса тулы хоҡуҡлы вәкиленең айырым күҙәтеүе аҫтына алынды. Һуңғы бер-ике йылда ғына һеҙҙең предприятиела биш директор алмашынды. Уларҙың һәр береһе килеп тыуған мәсьәләне хәл итергә һүҙ бирә ине. Халыҡ көтә. Беҙҙең борсолоу юҡҡа түгел икәнен яҡшы аңлайһығыҙҙыр, – тип белдерҙе Азат Бадранов.

– Беҙҙең эшмәкәрлекте ике тапҡыр туҡтатып торҙолар. Мине был вазифаға экологик мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн тәғәйенләнеләр, – тип билдәләне Дмитрий Зибаев.

Эшҡыуарҙарҙың тәҡдиме бар

 Бер нисә коммерция компанияһы ташландыҡ карьерҙарҙы рекультива­циялауға әҙерлеген бел­дерҙе. Араларынан “Прогресс” ойош­маһы Баймаҡ районының Темәс һәм Иҙрис ауылдары эргәһендәге таш­ландыҡ карьерҙарҙы рекуль­тивация­лауға 20 миллион һумдан ашыу инвестиция һалырға әҙер. Улар шламдарҙы эшкәртеп, икенсел сеймал алырға планлаштыра. Дәүләт ярҙамы булараҡ, лицензияны еңелләш­терелгән юл менән алырға һәм субсидиялар бирелеүгә өмөтләнәләр. Әммә Башҡортостандың Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығы вәкиле был йүнәлешкә субсидиялар ҡарал­мауын, шулай ҙа Сәнәғәт үҫеше фондынан ташламалы заем алыу мөмкинлеге барлығын белдерҙе. Экологтар иһә эшҡыуарҙың тәҡдименең тағы ла таш аҡтарыуға ҡайтып ҡалыуын билдәләне. Ултырышта ҡатнашыу­сылар был мәсьәләне ентекле өйрәнергә һәм киләһе юлы ҡайтанан ҡарарға булды.

Эшҡыуар Рәмил Дистанов шулай уҡ 115-се кварталда атҡарылған эштәрҙән һуң тороп ҡалған аҡ ташты эшкәртергә әҙерлеген белдерҙе. Был мәлдә аҡ таш ваҡлана һәм төҙөлөштә, биҙәү эштәрендә ҡулланыла. Аҡ ташты алып бөткәс, был майҙанды таҙартыу, төҙөкләндереү мәсьәләләрен эшҡыуар үҙе хәл итергә әҙер.

“Таналыҡ” компанияһын ойошторған Константин Хамуляк ойошманың һуңғы арала ниндәй эштәр менән шөғөл­ләнгәнен һәм киләсәккә пландары тураһында һөйләне.

– Компания рекультивация менән шө­ғөлләнә. Тик әлегә бөтөн эштәр ҙә туҡтатылған һәм икенсе майҙанға күсерелгән. Биш мең гектар майҙандың өҫкө ҡатламын ер менән күмдек. Ошо биләмәгә ағас ултыртыуҙы планлаш­тырҙыҡ. Эштәр яҙғыһын атҡарылырға тейеш ине, көндәр ҡоро килеү сәбәпле, көҙгә ҡалдырҙыҡ. Урман хужалығы министрлығы менән һөйләшелгән, кәрәкле кимәлдә ағас бүленгән. Йыл аҙағына тиклем төҙөкләндереү буйынса тағы ла байтаҡ эш атҡараһы бар әле. Йәнә бер башланғысты тормошҡа ашырырға йыйынабыҙ: экстрим-парк төҙөргә планлаштырҙыҡ. Урал аръяғын­да, айырыуса Сибай ҡалаһында мото- һәм велоспорт әүҙем үҫешә. Ошо спорт төрө менән шөғөлләнеүселәр өсөн тау-ташлы майҙансыҡ булдырыу һәйбәт булыр ине. Был парк Граф күле менән Баймаҡ ҡалаһы араһында төҙөләсәк. Урыны матур, инфраструктура бар: юл һәм электр үткәрелгән. Был проектҡа инвестициялар һалырға әҙербеҙ. Тағы ла бер башланғыс бар: Магадан өлкәһе миҫалында алтын йыйыусылар байрамы үткәреү. Унда һәр ҡатнашыусы үҙен һынап ҡарай аласаҡ, – тине ул.

Әммә Константин Хамуляктың һүҙҙәре Башҡортостандың ер аҫтын файҙаланыу ассоциацияһы етәксеһе Азат Әхмәтовты ҡәнәғәтләндермәне.

– Әлеге мәлдә тәү сиратта һеҙҙең ойошма рекультивация менән шөғөл­ләнергә тейеш. Беҙ күптән түгел карь­ерҙа булдыҡ. Унда атҡарылған иң ҙур эш ҡоролмаларҙы һүтеү генә булған. Ер ҡатламы тергеҙелмәгән, – тине Азат Әхмәтов, ризаһыҙлыҡ белдереп.

Башҡортостандың ер аҫтын фай­ҙаланыу ассоциацияһы етәксеһе Азат Әхмәтов ҡаҙылма байлыҡтар сығарыу менән шөғөлләнгән компанияларға фонд булдырыу кәрәклеге тураһында тәҡдим индерҙе. Уның фекеренсә, компания лицензия алыу менән ниндәйҙер сумма аҡса индерергә тейеш. Ҡаҙылма байлыҡтарҙы сығарғандан, эштәр ат­ҡарылған майҙанды төҙөклән­дер­гәндән һуң, был аҡсаны кире алыу хоҡуғы биреләсәк. Компания банкрот­лыҡҡа тарыһа, йә һөйләшелгән йөкләмәне атҡармаһа, сумма фондтың иҫәбендә ҡаласаҡ. Ҡаҙылма байлыҡтар сығарыу мәсьәләһенә килгәндә, рекультивация барлыҡ норматив акттарҙа ла билдәләнгән. Әммә ҡайһы бер компаниялар был мәсьәләне һанға һуҡмай, инҡар итеп маташа. Азат Әхмәтовтың фекеренсә, ошо алым һөҙөмтәле булмаҡсы. Иғәнә күләменең эшкәртеү майҙанынан сығып иҫәпләнеүе дөрөҫ буласаҡ, ти ул. Азат Бадранов был фонд эшмәкәрлегенең механизмын уйларға, аҡса сығымдарын кире ҡайтарыу гарантияһын билдәләргә, ер аҫтын файҙаланыу менән шөғөлләнгән компанияларҙың фекерен белергә кәрәклекте һәм юридик яҡтан ярҙам күрһәтергә әҙерлеген белдерҙе. Ул рекультивацияның ағымдағы йылдың 15 декабренә тиклем эшләнергә тейешлеген әйтте, шулай уҡ халыҡ менән осрашып, техниканың икенсе урынға күсерелеү сәбәбен аңлатыуҙы һораны. Ауыл халҡы араһында асыҡ һәм дөрөҫлөккә тап килгән аңлатыу эше алып барырға кәрәк, тип билдәләне. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары сарала ҡатнашҡан район хакимиәттәре башлыҡтарына яңғыраған тәҡдимдәрҙе иҫәпкә алып килешеүҙәр төҙөргә, бизнес-пландарҙы ентекләп ҡарап сығырға тәҡдим итте.

 Төп шарт – килешеүҙе үтәү

 Башҡортостандың тәбиғәттән фай­ҙаланыу һәм экология министры Урал Искәндәров билдәләүенсә, ведомство белгестәре әҙерләгән килешеү социаль-иҡтисади үҫеште күҙәтеү, халыҡ мәнфәғәтен яҡлау һәм муниципалитет менән законлы нигеҙҙә эш итеү мөмкинлеге бирә. Уға ярашлы, ер аҫтын файҙаланыу менән шөғөлләнгән ойошмалар өс төп шартты үтәргә тейеш.

– Тәү сиратта – ҡаҙыу эштәре алып барылған райондарҙағы кешеләрҙе эш менән тәьмин итеү. Ҡаҙылма байлыҡ­тарҙы ташыу бары тик ауылды урап үт­кән юл аша атҡарылырға тейеш. Эш барышында заманса ҡоролмалар ҡул­ланыу, ваҡлатыу йыһаздарында туҙан­ды баҫыу технологияларын ғәмәлгә ин­дереү шарт. Ғәҙәттән тыш хәлдәр ки­леп сыҡһа, тәбиғәткә килтерелгән зыянды ҡаплау һәм башҡаһы. Ошо шарттарҙы үтәгәндә генә артабан лицензияны һаҡлап ҡалыу мөмкин буласаҡ.

Министрлыҡтың “ҡыҙыу бәйләнеш” телефонына халыҡтан мөрәжәғәттәр йыш килә. Кешеләр тәү сиратта йөк машиналарының юлдарҙы бөтөрөүенә, тауыш, туҙан сығыуға зарлана, – тип билдәләне Урал Искәндәров.

 Халыҡҡа асыҡлыҡ кәрәк

 Урал аръяғында килеп тыуған хәл-ваҡиғалар асыҡ сәйәсәт булмауы сәбәпле оҙаҡ йылдар тупланып килгән һәм сырмалған еп төйөнөн хәтерләтә. Райондарҙа халыҡтың әүҙемләшеүен тағы бер факт менән аңлатырға була: ниһайәт, уларҙың аһ-зарын ишетә башланылар! Ошо ерҙә эшләгән предприятиеларҙан экологияға зарар килтермәүҙе талап итәләр. Быға тиклем ойоштороусылары Мәскәүҙә ултырған ойошмалар етәкселәре менән туранан-тура бәйләнешкә инеү, уларҙың ауыл халҡы проблемаларына иғтибар бүлеүенә күпселек осраҡта өмөт итеп булмай ине.

Хәҙер инде Ер аҫтын файҙаланыу өлкәһендә хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү буйынса ведомство-ара комиссияның эш төркөмө райондарҙа осрашыуҙар үткәреүен дауам итәсәк, халыҡ төҙөгән инициатив төркөм ағзалары менән һөйләшеүҙәр алып барасаҡ.

Эльвира АЙЫТҠОЛОВА, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе:

– Власть органдары әлеге мәл­дә ер аҫтын файҙаланыу мәсь­ә­лә­­лә­ренә айырыуса иғтибарлы булырға тейеш. Мин ошо көндәрҙә Учалы районының Мансур ауылында булдым, халыҡ менән аралаштым. Тиҙҙән унда эш комиссияһы менән барасаҡбыҙ, хәлде урында ҡарая­саҡбыҙ. Ер аҫты ҡаҙылма бай­лыҡ­тарын сығарыусы компа­нияларға һорауҙар күп. Бөгөн беҙ ҡайһы бер­ҙәренә яуап ишеттек. Ултырышта шулай уҡ закон талаптарына яуап бирмәй эшләгән ойошмаларҙың лицензияһын алыу мәсьәләһе лә күтәрелде.

 Лилиә НУРЕТДИНОВА.

Читайте нас: